Иҡтисад
13 Июля 2020, 14:30

Юл төҙөкләндереү дауам итә

Башҡортостанда һанлы технологиялар соҡорҙарҙы ямау эшен һөҙөмтәле башҡарыу мөмкинлеген бирә.

Башҡортостанда һанлы технологиялар соҡорҙарҙы ямау эшен һөҙөмтәле башҡарыу мөмкинлеген бирә. Юл инфраструктураһы өлкәһендәге эшкә контроль һәм уны планлаштырыу системаһында муниципаль, төбәк һәм төбәк-ара юлдар буйынса мәғлүмәт йыйылған, объекттар классификацияланған, уларҙың оҙонлоғо, үҙенсәлектәре тураһындағы ентекле күрһәткестәр тупланған. Был турала республика Хөкүмәтендә үткән беренсе вице-премьер Андрей Назаров етәкселегендәге кәңәшмәлә һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин һөйләне.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, 13 июлгә ҡарата төбәк юлдарындағы 214780 соҡор системала һанлаштырылған, шуның 189892-һе (88,4 %) ямалған. “Дүрт ҡалала һәм 12 районда был эш тулыһынса башҡарылған”, – тине ведомство етәксеһе Алан Марзаев.
Торлаҡ-коммуналь министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, ихаталарҙа 22 мең соҡор һанлаштырылған, 14 меңе (65 %) ямалған. Өфө ҡалаһы, Ишембай һәм Мәләүез райондары ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса алда бара.
Мәғлүм булыуынса, республикала был эш ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фото: dorogi-onf.ru
Читайте нас