Бөгөн Өфө моторҙар эшләү берекмәһе нигеҙендә Рәсәйҙә иң ҙур вертолет двигателдәре өсөн узелдар етештереү буйынса үҙәк асылды. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Олег Бочаров, "Ростех” дәүлт корпорацияһы генераль директорының беренсе урынбаҫары Владимир Артяков, “Ростех”тың авиация кластеры индустрия директоры Анатолий Сердюков, шулай уҡ илдең алдынғы авиация тармағы компаниялары етәкселәре ҡатнашты.
Һаҡсыл етештереү принциптары буйынса ойошторолған үҙәк 310 заманса ҡорамал менән йыһазландырылған, бында һанлы программалы идара итеү станоктары, юғары технологиялы эшкәртеү үҙәктәре, иретеп йәбештереү өсөн үҙенсәлеле ҡорамал да бар. Үҙәктең проект ҡеүәте – йылана 350 моторкомплекттары.
Владимир Артяков белдереүенсә, яңы предприятиела холдингта тәүгеләрҙән булып штрих-кодлау ҡулланыласаҡ, был деталдәр хәрәкәтен бөтә конвейер буйынса күҙәтеү мөмкинлеге бирәсәк. Шулай уҡ ресурстар менән идара итеү системаһына бәйләнгән автоматлаштырылған склад, операторға бөтә технологик документацияға рөхсәт биргән терминалдар файҙаланыласаҡ. Быларҙың барыһы ла үҙәктең етештереүсәнлеген өйрәнелгән технологик процестарға ҡарағанда юғарыраҡ итеү мөмкинлеген бирә.
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Өфө моторҙар эшләү берекмәһен Башҡортостандың иҡтисади үҫеше һәм сәнәғәте флагманы тип атаны.
– Мин бында яңыраҡ ҡына, бер йыл самаһы элек булғайным. Был урында буш цехтар ғына тора ине. Бөгөн иһә бында ватан вертолет двигателдәренең бөтә линейкаһы өсөн изделиелар эшләү үҙәге асабыҙ. Был Өфө заводының компетенцияларын киңәйтеү һәм һис шикһеҙ бик ҡыуаныслы ваҡиға, – тине Радий Фәрит улы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.