Иҡтисад
17 Июля 2020, 15:15

Йүнселлек һәр саҡ яҡлауға мохтаж

Өфөлә “Бизнесты яҡлау: G2В. Хеҙмәттәшлек эволюцияһы” халыҡ-ара форумы үтте.

Билдәле Рәсәй сәйәсмәндәре, бизнес-омбудсмендар, эшҡыуарлыҡ вәкилдәре илебеҙҙәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты яҡлау саралары тураһында һөйләште.


– Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм уның өсөн шарттар тыуҙырыу беҙҙә иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора, – тине пленар ултырышта беренсе булып сығыш яһаған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Беҙ даими рәүештә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәрәбеҙ, ошо форум алдынан иҫәпләнек: республика Хөкүмәте, райондар һәм ҡалалар кимәлендә был сара 2,5 мең сәғәткә яҡын үткәрелгән. Район һәм ҡала башлығына “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәрен мотлаҡ үҙенә уҙғарырға, урынбаҫарына тапшырмаҫҡа ҡушылған, башлыҡтарҙың эшҡыуарлыҡ менән генә шөғөлләнгән махсус урынбаҫары бар, уны башлыҡ эшлекле даирәләр менән кәңәшләшкәс кенә тәғәйенләй. Мин дә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”н мотлаҡ үҙем үткәрәм – инвесторҙар быны күреп торорға тейеш. Шуға күрә беҙҙең был йүнәлештәге иң беренсе бурыс – бер-береңә ышанысты һаҡлау һәм бөтәһенә лә аңлайышлы булған ҡағиҙәләр буйынса эш итеү.
Радий Фәрит улы өс ай элек кенә беҙҙә “Алға” махсус иҡтисади зона булдырылыуын да телгә алып үтте. Быға тиклем республикала ундай зона ойошторолғаны юҡ ине әле. “Беҙҙең эшҡыуарҙар коронавирус пандемияһы һынауын да уңышлы үтте, үҙҙәрен өлгөргән һәм кешелекле итеп күрһәтте, бизнестың социаль яуаплылығы тигән төшөнсәне күпселектең тейешенсә аңлауын күрҙек, ә бит эшҡыуарҙар үҙҙәре лә ошо инфекция арҡаһында ҙур зыянға дусар ителде”, – тине республика етәксеһе. COVID-19 пандемияһы осоронда республикала эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса ике төркөм саралар ҡабул ителде, уларҙың дөйөм суммаһы 30 миллиард һумға етә.
– Һуңғы йылдарҙа эшҡыуарҙарға ярҙам итеү буйынса бик күп эшләнде, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров. – Кемдәргәлер, бәлки, аҙ саралар күрелгән һәм йоғонтоһо ла түбән булып тойолалыр. Кеше яҡшы шарттарға тиҙ күнегә, артабан тағы ла юғарыраҡ талаптар ҡуя башлай. Һәм был дөрөҫ тә! Эшҡыуарҙар ҙа үҙҙәренә күберәк иғтибар талап итергә хаҡлы. Заман алға барырға тейеш.
Форумда Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы вәкил Борис Титов “эшҡыуарҙарға административ баҫым индексы”ның исем туйын уҙғарасаҡ. Был индекс эшҡыуарҙарҙың контроль-күҙәтеү органдарына ялыуҙары нигеҙендә төҙөлгән.
Ә ни өсөн был ҙур форумды Башҡорт­останда үткәрергә ҡарар иткәндәр?

Был осраҡлы рәүештә түгел, әлбиттә. Коронавирус пандемияһына бәйле көрсөк осоро булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең республика үҫеш темптарын арттыра ғына бара. Бынан тыш, ошо административ баҫымдың кәмеү индексы һөҙөмтәләренә ярашлы, Башҡортостан бер йыл эсендә Рәсәй төбәктәре араһында 38-енсе урындан 11-енсегә күтәрелгән. Борис Титов билдәләп үтеүенсә, республика юғары йоғонтоло социаль һәм иҡтисади проекттарҙы тормошҡа ашырҙы һәм бизнес-шерифтар эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса уңышлы тәжрибә тупланы.
– Башҡортостанда власть менән эшҡыуарлыҡтың уңышлы хеҙмәттәшлеге буйынса ҙур эш барыуын, эшҡыуарҙар йәмғиәтенә проблемаларҙы хәл итеү буйынса ярҙам күрһәтелеүен күҙәтәбеҙ, – тине ул. – Беҙ Өфөлә беренсе тапҡыр түгел һәм килгән һайын республиканың алға табан ышаныслы барыуына шаһит булабыҙ. Күрһәткестәр раҫлауынса, дөйөм хәл коронавирус арҡаһында ауыр булһа ла, Башҡортостан яҡшы кимәлдә бара: һеҙҙә эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны артҡан, эшҡыуарҙар бизнес алып барыу азатлығына эйә, был шарттар киләсәктә лә һаҡланыр тип ышанабыҙ.
Йыйындың эшлекле өлөшө эксперттарҙың бизнесты яҡлау буйынса тәжрибә уртаҡлашҡан майҙансығына әүереләсәк. Унда шулай уҡ уңышлы кейстар күрһәтеү, ҡырҡыу проблемалар тураһында фекер алышыу, урындағы үҙидара органдарының эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса стратегияһын һәм эш стандарттарын күрһәтеп биреү күҙ уңында тотола.
Форумға тәжрибә уртаҡлашыу маҡса­тында сит ил белгестәре лә саҡырыл­ғайны. Улар араһында Һиндостандан Каур Перминдер Джит ханым, Ҡытай эшҡыуарҙарының Рәсәйҙәге союзы президенты Чжоу Лицюнь, “DBA GROUP S.p.A.” компанияһының башҡарыусы директоры Раффаэле Де Беттин һәм Италия сәнәғәтселәренең Рәсәйҙәге ассоциацияһы президенты Эрнесто Ферленги ла бар. Бынан тыш, Форумда ҡатнашырға Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын һәм ҡануни мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса Үзбәкстан президенты ҡарамағындағы вәкил Дилморат Ҡасымов һәм Ҡаҙағстан эшҡыуарҙары хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең кәңәшсеһе Олег Савеленко саҡырылған.
Йыйын сиктәрендә Башҡортостан эшҡыуарҙары өсөн йәмәғәтселек ҡабул итеү бүлмәһе һәм республикала Эшҡыуарлыҡ хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең яңы офисы асылды.
“Бизнесты яҡлау: G2В. Хеҙмәттәшлек эволюцияһы” халыҡ-ара форумын ойоштороусылар – Башҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәте, Эшҡыуарҙар хоҡуҡ­тарын яҡлау буйынса Рәсәй Федера­цияһы Президенты ҡарамағындағы вәкил, Башҡортостанда Эшҡыуарҙар хоҡуҡ­тарын яҡлау буйынса вәкил, Башҡорт­остандың “Офис-төркөм” конгресс-бюроһы.
Был оло йыйын вирус инфекцияһы таралыу хәүефе һаҡланған шарттарҙа “Роспотребнадзор” талаптарына ярашлы булған профилактик сараларҙы күҙәтеп үткәрелде. Шуға күрә ҡатнашыусылар һаны сикләнгән, әммә теләгән һәр кем форумдың эшен biznesivlast.ru сайтындағы онлайн-трансляция аша күҙәтә алды.

Читайте нас