Иҡтисад
17 Июля 2020, 16:38

“Йәштәр бик кәрәк"

Бөгөн ауыл эшсәндәре өсөн иң яуаплы һәм ҡыҙыу мәл. Бөтә мөмкинлектән файҙаланып, мал аҙығы әҙерләп ҡалмаһаң, ҡыш ауырға төшәсәген һәр кем яҡшы аңлай, шуға ла Әлшәй хужалыҡтарында төп иғтибар бесәнлектәргә йүнәлтелгән. Әле бында “йәшел ураҡ” ҡыҙыу бара. Иртәнән кискә тиклем болондар гөрләп тора. Бер урында бесән сапһалар, икенсе ерҙә сенаж, силос хәстәрләйҙәр. Дым ҡаплатыу ҙа уңышлы ойошторолған.

Районда тәүгеләрҙән булып мал аҙығы етештереүгә төшкән “Агрокоопинвест” йәмғиәте эшсәндәре лә эште ҡыҙыу тота. Беҙ килгәндә бында сенаж әҙерләп, хуш еҫле бесән дә хәстәрләйҙәр ине. Хужалыҡ­тағы 630 баш малдың 320-һе – һауын һыйыры. Ҡышын да аҡты кәметмәү өсөн йәйен сифатлы аҙыҡ запасы туплап ҡалыу мөһимлеген онотмайҙар бында. Бесән менән бергә һутлы аҙыҡ етештереүгә лә етди иғтибар бирелә.

Йәмғиәт эшсәндәре көс һәм дәрт менән “йәшел ураҡ”ҡа тотон­ған. Малсылыҡ менән ныҡлап шө­ғөлләнеүселәргә йәшел массаның ни тиклем файҙалы икәнлеген аңлатып тораһы юҡ. Ауыл эшсәндәренә өс мең гектарҙа көҙгө уңышты йыйып алыу бурысы тора. Әле кәзә үләненә эспарцет һәм донник ҡушып сенаж һалалар.

– Талап ителгән техноло­гия­ларҙы теүәл үтәргә тыры­шабыҙ, – ти хужалыҡтың баш агрономы Айрат Арыҫланов. – Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр сенажды тәгәрмәсле трак­торҙар менән тығыҙлаһа, беҙ бындай кәмселеккә юл ҡуй­майбыҙ. Йәшел массаны ҡеүәтле “Алтай” тракторы тапата.

Киң яланда тәмле бесән еҫе таралған. Егеттәрҙең бе­рәүһе үҙенең “тимер ат”ында күп йыллыҡ үләнде саба, водителдәр иһә тиҙ арала уны “КамАЗ” машиналарында со­ҡорҙарға илтә.

Егеттәрҙе Айрат Арыҫланов маҡтап бөтә алмай.

– Һәр береһе үҙ эшен яҡшы белә. Кәрәк булһа, техниканы йәһәт кенә ҡарап, йүнәтеп алалар. Бөгөн ауыл хужалығын тап ошондай аҫыл ир-ат тотоп тора ла инде, – ти ул.

Хужалыҡ етәкселеге билдә­ләүенсә, ололарға алмашҡа йәштәр кәрәк икән, бөгөн, мәҫәлән, иң йәшенә 55 – 60 йәш. Махсус белемле белгес­тәргә әлегә ихтыяж юҡ, әммә улар ҙа пенсия йәшендәләр. “Әлбиттә, был проблема беҙҙә генә түгел, күп урындарҙа йәштәрҙең юҡлығына борсолалар. Хеҙмәт хаҡы ла ауыл ере өсөн яҡшы тип уйлайым, уртаса эш хаҡы, мәҫәлән, 20 мең һум тәшкил итә”, – ти баш агроном.
Читайте нас