Иҡтисад
24 Июля 2020, 11:49

Шишмәлә алдынғы технологиялар ҡулланыла

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында эш сәфәрендә булды. Төбәк етәксеһе Шишмә емеш-еләк питомнигының эшмәкәрлеге, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү пландары менән танышты, күсмә “Ауыл сәғәте”н үткәрҙе.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында эш сәфәрендә булды. Төбәк етәксеһе Шишмә емеш-еләк питомнигының эшмәкәрлеге, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү пландары менән танышты, күсмә “Ауыл сәғәте”н үткәрҙе.


Шишмә емеш-еләк питомнигы директоры Рәмил Ғәлиуллин республика Башлығына питомниктың эше тура­һында һөйләне. Былтыр концессия килешеүе нигеҙендә ауыл хужалығы предприятиеһына урындағы совхоздың мөлкәт комплексы 30 йылға тап­шырылған. Аграрийҙар районда емеш-еләк культураларын тергеҙергә, етеш­тереү ҡеүәтен арттырырға ниәтләй. Әле бында 11,1 гектар ерҙә алма баҡса­һына нигеҙ һалынған. Заманса технологиялар ҙур булмаған майҙанда ла мул уңыш алыу мөмкинлеген бирә. 2034 йылға баҡсалар майҙанын мең гектарға еткереү күҙаллана. Баш­ланғыстар федераль һәм республика субсидияларына тормошҡа ашырыла.
Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, питомникта ошо өлкәләге компетенциялар үҙәге ойошторола. Әле предприятие селекция һәм сорттарҙы арттырыу йәһәтенән Башҡортостан дәүләт аграр университеты менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, уҡыу йорто студенттары бында практикаға килә.
Радий Хәбиров ҡайын еләге үҫтереү участкаһын ҡарап сыҡты. Рәмил Ғә­лиул­лин билдәләүенсә, был ерҙә юғары уңыш алыуға булышлыҡ иткән алдынғы технологиялар ҡулланыла. Шишмә питомнигы емеш-еләкте балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә оҙата. Республика Башлығы был практиканы хупланы һәм, үҙебеҙҙең йәшелсә, емеш-еләк мәктәп ашханаларында мотлаҡ булырға тейеш, тип билдәләне.
Шишмәлә Радий Хәбиров урындағы быуаны төҙөк­ләндереү һәм биләмәне артабан үҫтереү пландарын тикшерҙе. Проект питомникты һуғарыу өсөн һыу туплау һәм, халыҡтың ялы өсөн уңайлы йәмәғәт киңлеген булдырыу кеүек мәсь­ә­ләләрҙе хәл итеүгә йүнәл­телә. Концепция быуаның яр буйын төҙөклән­дереүҙе, балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтарын, саф һауала ял итеү зоналарын, пляж, йүгереү юлдарын булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Радий Хәбиров “Ауыл сәғәте”н дә плотинаны реконструкциялау темаһы­нан башланы. Төбәк етәксеһе район хакимиәтенә быуаны таҙартыу һәм республика Башлығының йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү буйынса кәңәш­сеһе Ольга Сарапулова менән бер­лектә биләмәне төҙөкләндереү планын төҙөү бурысын ҡуйҙы. Баш­ҡортостан Хөкүмәте проектты әҙерләүгә аҡса бүлеү мөмкинлеген ҡарарға тейеш.
Күсмә “Ауыл сәғәте”ндә ҡатна­шыу­сы­лар Башҡортостанда баҡса­сылыҡты һәм емешселекте үҫтереү тураһында фекер алышты. Кәңәшмә Шишмә емеш-еләк питомнигында уҙғарылды.
Республикала баҡса майҙандары туғыҙ мең гектарҙы биләй, шуның 86 проценты шәхси ярҙамсы хужалыҡ­тарға тура килә. Былтыр төбәктә 399 тонна емеш-еләк йыйып алынған, уны нигеҙҙә көҙгө йәрминкәләрҙә һатҡан­дар. Шул уҡ ваҡытта был йүнәлеште үҫтереү ҡеүәте ярайһы уҡ юғары. Шишмә питомнигы директоры Рәмил Ғәлиуллин әйтеүенсә, интенсив технологиялар файҙаланылһа, культу­раларҙың уңышын бер нисә тапҡырға арттырырға була.
Былтыр хужалыҡта алма баҡса­ларын тергеҙеү буйынса күләмле инвестиция проекты тормошҡа ашырыла башлаған. Тәүге уңышты 2023 йылда алырға ниәтләйҙәр. Бөгөн питомник үҙенең продукцияһын баҙарға сығара һәм республиканың социаль учреждениеларына тапшыра.
Рәмил Ғәлиуллин проектты тор­мошҡа ашырыуҙы ҡатмарлаштырған мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Уларҙың иң мөһиме – питомникты һыу менән тәь­мин итеү. Радий Хәбировтың күрһәт­мәһенә ярашлы, проблеманы хәл итеү өсөн район үҙәге янындағы быуаны төҙөкләндереү проекты төҙөләсәк һәм үҫемлектәрҙе һуғарыу өсөн гидротехник ҡоролма төҙөкләндереләсәк. Бынан тыш, хужалыҡтар һәм фермерҙар өсөн баҡсаға нигеҙ һалыуға, уны ҡарауға сығымдың бер өлөшөн субсидиялауға ихтыяж ҙур. Ҡайын еләге, ҡарағат, алма, груша үҫтергән Шаран фермеры Алексей Дмитриев та ауыл етеш­тереүселәренә өҫтәмә ярҙам күрһәтеү тәҡдимен хуплап сыҡты.
Республика Башлығы Ауыл хужа­лығы министрлығына программа докумен­тын төҙөргә, аҡса бүлеү мәсьә­ләһен тикшерергә, бер айҙан тәүге эш йомғаҡтары буйынса фекер алышырға тәҡдим итте. Радий Хәбиров әйтеүенсә, республика етештереүселәргә продукцияны һатыуҙа булышлыҡ күрһәтәсәк.
Һамар өлкәһенең Баҡсасылар һәм питомниктар союзы рәйесе Олег Михеенко билдәләүенсә, Башҡортостанда инвесторҙар өсөн уңайлы эш шарттары булдырыла, улар тураһында башҡа төбәктәрҙә лә беләләр. Союз республика етештереүселәре менән хеҙмәт­тәшлекте яйға һала, яңы техно­ло­гияларҙы һәм сорттарҙы һынауҙа ярҙам күрһәтә. Был йүнәлештә Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү инс­титуты белгестәре ҙур эш башҡара. Институт етәксеһе селекция йүнәлеше тураһында һөйләне.
Кушнаренко районындағы “Столыпино” агропредприятиеһы директоры Рад­мир Ғәлиев баҡсасылыҡты һәм емеш­селекте үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Хужалыҡта үҫенте етеш­терә башлағандар, ҡарағат, мәрүәр, һыр­ғанаҡ, балан һәм башҡа культура­лар өсөн эшкәртеү комплексы тө­ҙөргә ниәтләйҙәр. Әҙер органик продукцияны Европала сертификатлау йәһәтенән пландар бар. Радий Хәбиров Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетына проект етеш­тереү этабына еткәс, продукция экспортын әҙерләүҙә ярҙам күрһәтергә ҡушты.
Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса республика Башлығы “Ауыл сәғәт”тәре үткәреүҙең әһәмиәтен билдәләне.

– Аралашыу ярҙамында беҙ системалы проблемаларҙы билдәләйбеҙ, уларҙы хәл итеү алымдарын тәҡдим итәбеҙ. Агросәнәғәт тематикаһы буйын­са әлегә юлдың башындабыҙ. Ләкин әле үк әйтә алам: был файҙалы формат, – тине ул. – Ауыл хужалығы етеш­тереүе – бик ҡатмарлы бизнес, ул йылдар буйы төҙөлә. Административ ғәмәлдәрҙе ябайлаштырыу, субсидиялау, продукция һатыуға булышлыҡ итеү – ошо өс ҙур мәсьәләне беҙ етештереүселәребеҙгә хәл итергә ярҙам итәсәкбеҙ.
Читайте нас