Иҡтисад
28 Июль 2020, 06:17

Илшат Фәзрахманов: “Һәр баҫыуға үҙенә генә яраҡлы технология кәрәк”

“Республикала башланған ураҡ кампанияһы күрһәтеүенсә, ужым культураларын гектарынан 50 – 60 центнер йыйыу мөмкинлеге бар. Былтыр иһә Бүздәк районы аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрөнөң гектарынан 800 центнер уңыш алыу ихтималлығын дәлилләне”, – тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Борай районында үткән “Баҫыу көнө”ндә.

“Республикала башланған ураҡ кампанияһы күрһәтеүенсә, ужым культураларын гектарынан 50 – 60 центнер йыйыу мөмкинлеге бар. Былтыр иһә Бүздәк районы аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрөнөң гектарынан 800 центнер уңыш алыу ихтималлығын дәлилләне”, – тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Борай районында үткән “Баҫыу көнө”ндә.


– Дөрөҫ алымдар ҡулланып эшләгән осраҡта республиканың ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре юғары күрһәткестәргә ирешә аласаҡ. Бының өсөн тәжрибә уртаҡлашыу, белемде даими камиллаштырыу зарур. Һәр бер баҫыуға, һәр бер сортҡа ҡарата уға ғына ярашлы технология табып эшләргә кәрәк. Республикабыҙ ҙур, шарттар ҙа төрлөсә. Көньяҡ райондарҙағы эҫе һауа торошо арҡаһында үлән һап-һарыға әйләнгән, ә һеҙҙә, урман-дала яҡтарында, әле бар донъя йәшеллектә, – тип билдәләне Илшат Илдус улы.


Борай районының “Урожай” ауыл хужалығы предприятиеһы базаһында ойошторолған сираттағы семинарҙа республиканың 14 районынан вәкилдәр ҡатнашты. Бында тәжрибә участкаларында ужым һәм ярауай культураларҙың яңы сорттары тәҡдим ителде.


Башҡа райондарҙан айырмалы, Борайҙа күргәҙмәгә ағас һәм ҡыуаҡ үҫентеләре лә сығарылған ине.

Гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы, “Алмағас” питомнигы хужабикәһе Ғәлиә Мөғәллимова 80 гектар майҙанда нимә генә үҫтермәй: алмағастың – 60, ҡарағат, груша, ҡурай еләгенең тиҫтәләгән сорттары, крыжовник, ҡыҙыл һәм аҡ ҡарағат, декоратив ҡыуаҡлыҡтар – йәнең теләгән үҫенте бар. Әлбиттә, был – хужаларҙың тырышлығы, ошо эшкә һалған алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәте һөҙөмтәһе. Илшат Фәзрахманов Ғәлиә Муллаян ҡыҙын ҙур иғтибар менән тыңланы, һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе, сөнки был хужалыҡта үҫентеләр генә тәҡдим итмәйҙәр: миҙгеленә ҡарап алма, башҡа емеш-еләк тә һатып алырға була.


Традицияға ярашлы, “Баҫыу көнө” биш тәбиғи-климат зонаһының һәр береһендә үтә. Борайҙағы сара барышында билдәләнеүенсә, һәр төбәккә ауыл хужалығы культураларын үҫтереү йәһәтенән үҙенә генә хас үҙенсәлектәр, ашлыҡ сорттары, сәсеү һәм уңыш йыйыу ваҡыты хас. Шуға күрә ойоштороусылар һәм ҡатнашыусылар, “Баҫыу көнө”н зоналарға бүлеп үткәреү уның һөҙөмтәлелеген арттыра, тигән фекерҙә.
Читайте нас