Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Август 2020, 00:25

Алманан телде йоторлоҡ желе рецепты!

Август айы – алмалар өлгөрә торған саҡ. Алманан ҡамыр ризығы ғына түгел, тәмле желе ла яһарға мөмкин.

Август айы – алмалар өлгөрә торған саҡ. Алманан ҡамыр ризығы ғына түгел, тәмле желе ла яһарға мөмкин. Уны ҡоймаҡ менән дә, эремсек йәки бутҡаға һалып та ашарға мөмкин.
Кәрәкле ингредиент: алма – 1 кг шәкәр – бер литр сокка 750 г лимон – 1 дана Әстерхан сәтләүеге – 50 г (мәжбүри түгел) Лимон кислотаһы – 1/3 сәй ҡалағы.
Әҙерләү: Алмаларҙы йыуып, 8 өлөшкә бүлергә һәм кәстрүлгә тултырырға кәрәк. Серек урындарын киҫеп ташлағыҙ. Лимонды шулай уҡ йыуып, киҫәккә бүлеп алмалар янына һалырға кәрәк. Кәстрүлгә алмалар күмелгәнсе һыу һалығыҙ. Әгәр улар йөҙөп йөрөй башлаһа инде һыу күп һалынған. Кәстрүлде утҡа ҡуйып, ҡайнатып сығарығыҙ һәм алмалар йомшарғансы ҡайнатығыҙ. Согын һөҙөп ҡуйығыҙ, ә алмаларҙы бер нисә ҡатлы марля аша һығығыҙ. Һәр литр сокҡа 750 г шәкәр һалып, яңынан утҡа ҡуйығыҙ. Желе 1 сәғәт буйы көслө утта торорға тейеш. Уның әҙерлеген матур гәрәбә төҫө буйынса билдәләп буласаҡ. Газды һүндерергә 2-3 минут ҡалғас, желеға лимон ҡайнатмаһы менән эре итеп туралған сәтләүек һалығыҙ. Желены стерилләштерелгән банкаларға тултырып, һыуынғансы ҡапҡас йәки ҡағыҙ менән ҡаплағыҙ. Әҙер желены ҡапҡас менән ҡаплап һыуытҡысҡа урынлаштырығыҙ. Тәмле булһын!
Фото:Fb.ru
Читайте нас: