Иҡтисад
25 Августа 2020, 08:53

Ирекмәндәргә лә түләнәсәк

Республикала “Баш­ҡорт­ос­тан Республикаһында хәйриә һәм ирекмәндәр эшмәкәр­легенә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы Законға төҙәтмәләр көсөнә инде.

Республикала “Баш­ҡорт­ос­тан Республикаһында хәйриә һәм ирекмәндәр эшмәкәр­легенә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы Законға төҙәтмәләр көсөнә инде.


Хәҙер ирекмәндәр ғүмер йәки һаулыҡ өсөн хәүеф менән бәйле хәлдәрҙә аҡсалата компенсацияға иҫәп тота ала. Һаулығына зыян килгән осраҡта, ирекмәнгә бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған. Әгәр ул һәләк булһа, пособие уның ғаиләһенә түләнә. Түләүҙәр төбәк бюджеты аҡсаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Түләү шарттарын, күләмен һәм тәртибен республика хөкүмәте билдәләй.
Башҡортостан Республикаһы Дәү­ләт Йыйылышында белдереү­ҙәренсә, коро­навирусҡа бәйле хәл арҡаһында Законға ошондай төҙәтмәләр индерелде.
– Башҡа кешеләргә ярҙам итеп, ирекмәндәр үҙ ғү­ме­рен һәм һау­лығын хәүеф аҫтына ҡуйҙы. Уларҙың күп­тәре сир йоҡторҙо. Бындай хәлдә дәүләт яуап­лы­лыҡ­ты үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Беҙ республика кимә­лендә ирекмәндәрҙе яҡлау сараларын әҙерләүҙе дауам итер­беҙ һәм ирекмәнлек хәрәкәттәрендә ҡатна­шыу­сы­ларға ярҙам сараларын киңәйтеү башланғыстары менән федераль кимәлгә сығырбыҙ, мо­ғайын, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Читайте нас