Иҡтисад
2 Сентябрь 2020, 16:15

Университетта – “Сәнәғәт сәғәте”

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Сәнәғәт сәғәте” тәртибендә сираттағы күсмә кәңәшмә үткәрҙе.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Сәнәғәт сәғәте” тәртибендә сираттағы күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Сара Өфө дәүләт нефть техник университеты базаһында уҙғарылды. Төп тема – төбәктәге яғыулыҡ-энергетика комплексын үҫтереү.
Кәңәшмә алдынан республика етәксеһе уҡыу йортоноң Инжиниринг үҙәгендә булды. Бында нефть һәм газ сәнәғәте өсөн ҡорамалдар эшләйҙәр, шулай уҡ яғыулыҡ-энергетика комплексындағы хәүефле етештереү объекттарына техник экспертиза яһайҙар. Өҫтәүенә белгестәр проектлау-тикшеренеү эштәре, нефть промыслаһы ҡорамалдарына реинжиниринг менән шөғөлләнә. Әле үҙәктә үткәргес торбалар өсөн ҡоҙоҡтар, тәрәндәге скважина насостары өсөн ҡорамалдар сығарыу яйға һалынған.
Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов әйтеүенсә, үҙәк Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда үткәрелгән ҙур тармаҡ күргәҙмәләрендә, конгресс сараларында әүҙем ҡатнаша, яғыулыҡ-энергетика комплексындағы төп компаниялар менән хеҙмәттәшлек итә.
Республика Башлығын үҙәктә “Алға” махсус иҡтисади зонаһы резиденты – “Смарт Глобал” компанияһы тарафынан эшләнгән һаулыҡҡа мониторинг системаһы менән таныштырҙылар. Ул белгестәрҙең сәләмәтлеген күҙәтә һәм эш урынында кешенең хәле насарайһа йәки бәхетһеҙ осраҡ була ҡалһа, тревога иғлан итә. Система шулай уҡ һаҡлыҡ сараларын ҡулланыуға ла контроллек итә. Радий Хәбиров предприятие директоры Михаил Шпилькинға киләһе “Инвестиция сәғәт”тәренең береһендә ҡатнашырға тәҡдим итте.
“Сәнәғәт сәғәте”ндә ҡатнашыусылар мәғарифтың, фәндең һәм сәнәғәттең үҙ-ара бәйләнешен үҫтереү мөмкинлектәре буйынса фекер алышты.
Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Олег Баулин Инжиниринг үҙәгенең Рәсәй һәм сит ил компаниялары менән хеҙмәттәшлек итеүе тураһында һөйләне. Бынан тыш, университет Сколковоның Skoltech фән һәм технологиялар институты, Губкин институты һәм Ҡазан федераль университеты менән берлектә донъя кимәлендәге Фән үҙәген асыуҙа ҡатнашҡан ойошмалар иҫәбенә ингән.
“Транснефть – Урал” йәмғиәте генераль директоры Роман Ковалев билдәләүенсә, 2015 йылдан алып компаниялар төрлө йүнәлеш буйынса үҙәк менән 269 миллион һумлыҡ килешеү төҙөгән. Университет “Транснефть” объекттарында байтаҡ инновациялы ҡарарҙы тормошҡа ашырған.
Төбәк етәксеһе уҡыу йортоноң артабанғы үҫеш ҡеүәтенә ыңғай баһа бирҙе.
Университетты тағы ла бер стратегик партнеры – “Башнефтегеофизика” компанияһы. Юғары уҡыу йорто менән берлектә ул белгестәрҙе үҫтереү йәһәтенән бер нисә проектты һәм программаны тормошҡа ашыра. Үҙ-ара эшмәкәрлекте үҫтереү маҡсатында “Сәнәғәт сәғәте”ндә компания етәксеһе Рөстәм Әҙиев һәм ӨДНТУ ректоры Олег Баулин хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Радий Хәбиров тармаҡ белгестәренә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Кәңәшмәлә “Ишембайнефтегаз” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Греков Башҡортостанда бәләкәй нефть компанияларын үҫтереү мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Республика Башлығы үҫеш стратегияһын төҙөү өсөн тармаҡтағы бәләкәй компаниялар етәкселәре менән осрашыу ойошторорға ҡушты.
“Сәнәғәт сәғәте”ндә шулай уҡ республика Башлығы әүәлге кәңәшмәләрҙә биргән күрһәтмәләрҙең үтәлеше тикшерелде.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас