Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин рәйеслегендә Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса проект офисының сираттағы ултырышы булды.
Республиканың иҡтисади үҫеш министрлығы ойошторған сарала башҡарма власть органдары етәкселәре, финанслау-кредит ойошмалары, лизинг компаниялары һәм башҡалар ҡатнашты. Онлайн һөйләшеүгә ҡала-райондарҙа эшләгән бизнес-шерифтар ҡушылды.
Сарала дәүләт һәм муниципаль милекте эшҡыуарҙарға ваҡытлыса файҙаланыуға биреү мөмкинлеге ҡаралды. Башҡортостандың ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, әлеге мәлдә буш биналарға, дәүләт секторына ҡараған ойошма-предприятиеларға инвентаризация үткәрелә. Уларҙың исемлеге ведомствоның сайтында бар. Бөгөн был исемлеккә 214 объект индерелгән.
"Файҙаланыуҙа булмаған мөлкәтте ҡулланыуға биреү өлкәһендә тейешле кимәлдә эшләп еткермәйбеҙ. Дөйөм база юҡ. Шуға күрә инвентаризацияны бер ай эсендә тамамларға кәрәк. Ҡала һәм райондарҙа эшләгән бизнес-шерифтарҙы был эшкә әүҙемерәк ҡушылырға саҡырам", - тине Александр Сидякин.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.