“Юлдар, юлдар, инде нисә йылдар айырыла алмам һеҙҙән мин” – үткән быуат урталарында тыуған йырҙа шунлай һүҙҙәр бар. Юлдарҙан айырылыу мөмкин түгел. Шул уҡ осорҙа күренекле шағир Роберт Рождественскийҙың Өфөнөң Карл Маркс урамындағы “Башавтотранс” бинаһына яҙылған шиғыр юлдары ла иҫкә төшә: “Коммунизм – ул, минеңсә, Совет власы плюс юлдар”. Тимәк, юлдарҙы заманса итеү һәр дәүерҙең хыялы булған. Башҡортостанда был ынтылыш нисек тормошҡа ашырыла?
Республикабыҙҙа был юҫыҡтағы эшмәкәрлек майҙаны ҙур ғына: дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарҙың оҙонлоғо 47 мең километрҙан аша, шуның 800 километры – федераль әһәмиәттә булғаны. Был күрһәткестәр буйынса Башҡортостан – юл селтәре буйынса ил төбәктәре араһында алдынғыларҙың береһе, ә Волга буйы федераль округында хатта тәүге урынды биләй: ошо округтағы юлдарҙың 14 проценты беҙҙең төбәккә тура килә.
Бынан тыш, республика биләмәһендә 1047 күпер һәм юл аҫты ҡоролмаһы бар. Уларҙы яңыртыу буйынса эш тә әүҙем бара. Ғөмүмән, дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарҙа емерек күперҙе хәҙер бер ҡайҙа ла осратырмын тимә. Өфөнән көньяҡҡа сығып киткән йүнәлештә алты һыҙатлы яңы күпер менән ике һыҙатлы элеккеһе араһында республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбировтың башланғысы менән тағы берәүһе һалына башлауы барыбыҙға ла мәғлүм.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты талаптарына ярашлы, хәҙер юлдарҙағы боролоштарҙа кәртә-барьер урынлаштырыла, йәйәүлеләр һуҡмағы автомобиль хәрәкәте һыҙаттарынан мотлаҡ айырып кәртәләп алына, видеокамералар ҡуйыла.
“Росстат” идаралығының быйылғы йәй башына бирелгән мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостан юлдарының 60 проценттан ашыуы норматив талаптарға яуап бирә, Рәсәй буйынса был күрһәткес – уртаса 42,4, ә Волга буйы федераль округында – 36 процент. Иң сифатлы юлдар буйынса тәүге биш төбәккә Мәскәү ҡалаһы (97 процент), Ханты-Манси автономиялы округы (84 процент), Ставрополь (74,9 процент) һәм Красноярск (71,4 процент) крайҙары, Ингуш Республикаһы (70,7 процент) инә. Күренеүенсә, Башҡортостан был “топ-исемлек”кә саҡ ҡына инмәй ҡалған. Иң насар юлдар – Марий Эл Республикаһы, Һарытау өлкәһе, Ҡалмыҡ Республикаһы, Архангельск һәм Магадан өлкәләре.
Ялыуҙар ял итергә ирек бирмәй
Шулай ҙа әлегә беҙҙең республикала ла юлдарҙың сифатына ҡарата дәғүә күп. Йәй башында уҡ Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә һәм муниципалитет башлыҡтарына киләһе йылда көсөргәнешле рәүештә юл һалыуға һәм ремонтлауға әҙерләнә башларға ҡушҡайны. “Төҙөлөш индустрияһын әҙерләгеҙ, ҡом да, ҡырсынташ та, асфальт та етерлек булһын, эш күләме ҙур буласаҡ”, – тине ул.
Был халыҡтан транспорт инфраструктураһына ҡарата ялыуҙарҙың күп булыуына ла бәйле.
– Ҡасан ҡараһаң да, ялыуҙарҙа иң йыш осраған тема юлдарҙың торошона бәйле. 2021 йылда финанс өҫтөнлөктәре барыһынан элек юлдарға бирелергә тейеш, был бик ҡатмарлы бурыс булып тора һәм ҙур сығымдар талап итә, әммә уның менән шөғөлләнергә бурыслыбыҙ, – тине республика етәксеһе.
Радий Фәрит улы әйтеүенсә, Хөкүмәттә ошо йүнәлештә үткәрелгән анализ резервтар булыуын күрһәткән: алынып еткерелмәгән килем дә күп, һәр һумды дөрөҫ тотонорға өйрәнәһе лә бар. Ошо темаға арналған кәңәшмәлә билдәләп үтеүҙәренсә, быйыл юл төҙөлөшөндә Өфөгә ҙур ярҙам күрһәтелгән – бындағы юлдар республиканың башҡа ҡалалары өсөн өлгө булырға тейеш.
Юл эштәрен әүҙем алып барыу өсөн республикала ҡорамалдар ҙа етерлек: әлеге көндә автомобиль трассаларында 508 берәмек техника эшләй. Шуның 105-е баш ҡала урамдарында асфальт һала.
Соҡорҙарҙы компьютер тикшерә
Республикабыҙҙа юлдарҙағы соҡорҙарҙы тейешле кимәлдә ямарға һанлы технологиялар ярҙам итә. Юл инфраструктураһы даирәһендәге эштәрҙе контролгә алыу һәм планлаштырыу системаһында (СКПДИ) муниципаль, төбәк һәм төбәк-ара юлдар буйынса бөтә кәрәкле мәғлүмәт тупланған. Был турала Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров алып барған күптән түгелге кәңәшмәләрҙең береһендә Башҡортостандың һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин һөйләне.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл төҙөлөшө буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, беҙҙең төбәк юлдарында 13 авгусҡа ҡарата 217780 соҡор һәм башҡа етешһеҙлек һанлы технологиялар нигеҙендә теркәлгәйне. Бөгөнгә уларҙың 90 проценты самаһы ремонтланған. “Дүрт ҡалала һәм 12 районда эш тулыһынса башҡарылған”, – тине дәүләт комитеты етәксеһе Алан Марзаев.
Ә республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итеүенсә, ихаталарҙа 22 мең етешһеҙлек теркәлгән. “Әлеге мәлгә шуларҙың 70 проценты самаһы төҙәтелгән. Был йүнәлештә Өфө ҡалаһы, Ишембай һәм Мәләүез райондары алда бара.
– Министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре был өлкәлә асыҡланған юл кәмселектәрен һәм уларҙың нисек төҙәтелеүен тикшереү өсөн Яңауыл, Иглин һәм Нуриман райондарына, Бөрө ҡалаһына барҙы, СКПДИ мәғлүмәттәре менән айырмалыҡ табылманы, – тине министр урынбаҫары Юрий Палтусов.
Һуңғы осорҙа беҙҙең республика аша ла үтәсәк М-7 федераль трассаһы һалыныуы һәм ремонтланыуы тураһында күп яҙыла. Быйыл йәй, “Приуралье” юл идаралығы хәбәр итеүенсә, ошо трассаның Дүртөйлө һәм Кушнаренко райондарына тура килгән 38 километр оҙонлоғондағы өс биләмәлә ремонт тамамланған. Уларҙағы юл япмаһы күләмле проектлау технологияһы нигеҙендә яңыртылған, был иһә асфальтты файҙаланыу ваҡытын 20-30 процентҡа оҙонайта икән.
– Күләмле проектлау ысулының асылы шунда: ул юлға түшәләсәк ҡушымтаны тәғәйен климат шарттарына һәм, урындағы материалдарҙы файҙаланғанда, тәғәйен транспорт баҫымына ҡарап әҙерләргә ярҙам итә, юлдың файҙаланыу ваҡытын алдан күҙаллау мөмкинлеге лә бирә, – тип аңлаттылар “Росавтодор”ҙың Башҡортостан идаралығында.
М-5 “Урал” һәм М-7 “Волга” федераль трассаларын һәм Р-240 “Өфө – Ырымбур” төбәк-ара юлын тәртиптә тотоу өсөн быйылғы миҙгелдә дөйөм оҙонлоғо 121 километр тәшкил иткән 15 участканы ремонтлау планлаштырылған, уларҙағы эш тә күләмле проектлау ысулы менән башҡарыласаҡ.
Тәбиғәт үҙенекен итә, әлбиттә. Һауа температураһының кинәт үҙгәреүе, яндырғыс ҡояш нурҙары һәм яуым-төшөм юлдарға тәьҫир итмәй ҡалмай. Шуға күрә юлдың сифатын билдәләү өсөн Дәүләт стандарты үҙ үлсәмдәрен булдырған, уларҙың һуңғылары 1994 йылда уҡ ҡабул ителгән: әгәр ҙә соҡорҙоң, уйылған урындың йәки асфальттың тәгәрмәс баҫымы аҫтында “шиңгән” еренең тәрәнлеге – биш, киңлеге 60 һәм оҙонлоғо 15 сантиметрҙан аша икән, был кәмселек 5-10 көн эсендә төҙәтелергә тейеш. Әйткәндәй, юлдағы һыҙат та хәүефһеҙлек буйынса мотлаҡ талаптар исемлегенә инә, ләкин уның сифаты, ғәҙәттә, насар була – ҡайһы бер урындарҙа ул хатта ике-өс аҙнанан һуң юҡҡа сыға. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт инспекцияһының Башҡортостан идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов юлға буяу урынына термопласт йәбештерергә тәҡдим иткәйне. “Термопласты тейешле ҡағиҙә буйынса йәбештерһәң, был һыҙат өс йылға етә”, – ти ул.
Бындай һыҙаттарҙы йәбештереү эше беҙҙең республикала бара-барыуын, тик ҙур тиҙлектә һәм бөтә ерҙә тип булмай әлегә, сөнки материал буяуға ҡарағанда дүрт тапҡырға ҡыйбатыраҡ.
Быйыл июндә үк әле республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙә төбәгебеҙҙә быйыл бер мең километрҙан ашыу юл ремонтланасағы тураһында хәбәр иткәйне. Был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн көнө-төнө ныҡышмалы эш барғанын күреп торабыҙ, Өфөнән ҡайһы йүнәлешкә сыҡһаң да, юлдарҙа ауыр техника асфальт түшәй, ҙур автомашиналар ҡырсынташ ташый, был эшмәкәрлек шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә лә туҡтамай.
“Юл аҙабы – гүр ғазабы” тигән әйтемде йыраҡ сәфәрҙән ҡайтҡан кешеләр йыш ҡуллана ине әлегәсә. Хәҙер ул иҫкерҙе инде тип әйтергә була: Өфөнән сығып китеп, күпселек ауылдарға тиклем асфальт юлдан елдереп барырға була. Бер ниндәй ҙә аҙап юҡ, фәҡәт юл ремонтланған урындарҙа ғына урабыраҡ үтергә тура килә, әммә был кәйефте боҙа алмай – тимәк, тиҙҙән ул ерҙә лә тип-тигеҙ юл ялтырап ятасаҡ. Өфө – Ырымбур юлы кеүек трассалар тураһында әйтеп тә тораһы түгел: тыйған тамғалар тормаһа, һәр береһе автомобилдә бишенсе тиҙлектә елдерә. Дөрөҫ, тиҙлекте арттырыу юлдағы хәүефһеҙлекте кәметә төшә. Тимәк, яҡшы юлдарға өйрәнәһебеҙ бар әле.