Иҡтисад
7 Сентябрь 2020, 18:35

34 ҡатлы йорт ни өсөн хәүефле?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” тәртибендә сираттағы онлайн-кәңәшмә үткәрҙе.

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” тәртибендә сираттағы онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда авария хәлендәге торлаҡ проблемаһын хәл итеү мәсьәләһе тикшерелде.
Республика Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская халыҡты ныҡлы борсоған төҙөлөш комплексы мәсьәләләре тураһында һөйләне. Улар иҫәбенә Өфөнөң Шота Руставели урамындағы күп фатирлы 34 ҡатлы йорт һалыу ҙа инә. Күрше йорттарҙа йәшәгәндәрҙең фекеренсә, яңы объект башҡа биналар, шул иҫәптән яҡында ғына урынлашан 15-се балалар баҡсаһы өсөн дә хәүефле. Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәшировҡа хәлде ентекле өйрәнергә ҡушты.
Ялыуҙарҙан һәм мөрәжәғәттәрҙән күренеүенсә, Өфө районындағы “Миловка паркы” торлаҡ комплексында йорттар төҙөлөшөн аҙағына еткереү темаһы көнүҙәклеген юғалтмай. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин хәбәр итеүенсә, ведомство Өлөшсөләрҙең хоҡуғын яҡлау буйынса федераль фондҡа төҙөлөштө берлектә финанслауға ғариза әҙерләгән. Фондтың күҙәтеү советы уны сентябрь аҙағына тиклем ҡараясаҡ. Шул уҡ ваҡытта Фонд ҡатнашлығында Стәрлетамаҡ районындағы “Эрбетле” торлаҡ комплексы төҙөлөшөн ахырына еткереү планлаштырыла.
Бынан тыш, Өфө районында “Яңы Булгаков” торлаҡ комплексында 25-се йорт сафҡа индереүгә әҙер. Тағы ла бер йортто (31-се) сентябрь аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйҙәр. Радий Хәбиров “Баҡса ҡулсаһы” компанияһы төҙөгән “Эрмитаж. Ҡала Советы” комплексының сафҡа индереүгә әҙер булған 2-се секцияһы документтарын тултырыуға бәйле мәсьәләне ныҡлы өйрәнергә ҡушты.
“Төҙөлөш сәғәте”ндә шулай уҡ граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү, йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булғандарҙы социаль торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас