Иҡтисад
7 Сентябрь 2020, 17:15

Башҡортостан фонды - илдә беренсе

– Был фонд аша республиканың бик күп предприятиеларына ярҙам иттек. Ошо йүнәлештә артабан да эшләйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

2020 йылдың тәүге яртыһы һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостандың Сәнәғәт үҫеше фонды төбәк фондтары эшмәкәрлегенең дөйөм Рәсәй рейтингында беренсе урын яулаған. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе.
Рәсәй Сәнәғәт үҫеше фонды директоры Роман Петруца республика етәксеһе исеменә хат яҙған һәм төбәк фондының эшен юғары баһалаған.
“Ағымдағы йылдың тәүге яртыһындағы ауыр иҡтисади хәл Башҡортостан предприятиеларына ла ҙур йоғонто яһаны. Тик республика ауыр шарттарҙа тиҙ генә тейешле юл табып, пандемия менән көрәштә сәнәғәттең өҫтөнлөклө йүнәлештәренә ярҙам күрһәтте. Шул иҫәптән төбәк фондында эпидемия сирҙәренә ҡаршы тороу программаһын ғәмәлгә индерҙегеҙ, - тиелә хатта. – Ауырлыҡтарға ҡарамай, төбәктең Сәнәғәт үҫеше фонды эше иң юғары кимәлдә алып барылды, ул рейтинг һөҙөмтәләре менән раҫлана. Консультация һәм мәғлүмәт эштәренән тыш, республика фонды 2020 йылдың беренсе яртыһында уртаҡ һәм үҙаллы программаларҙы финансланы, шулай уҡ Рәсәй сәнәғәтте үҫтереү фонды өсөн финанслау проекты әҙерләне. Шулай итеп, Башҡортостанға федераль бюджеттан аҡса йәлеп итә алдылар”.
Радий Хәбиров Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды директоры Анвер Кәримовҡа, республиканың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяевҡа һөҙөмтәле эштәре өсөн рәхмәт әйтте.
– Ысынлап та, был фонд аша беҙ республиканың бик күп предприятиеларына ярҙам иттек. Ошо йүнәлештә артабан да эшләйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас