Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов бөгөнгө оператив кәңәшмәлә, быйылғы уңыш һуңғы йылдар эсендә иң юғарыларҙың береһе булыуы ихтимал, тип белдерҙе. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, барлыҡ культураларҙың дүрт миллион тоннанан ашыры көтөлә.
Бөгөнгә ҡарата уңыштың 80 проценты самаһы йыйылған, был - 1 миллион 415 мең гектар майҙан. Эш темпы уртаса Рәсәй кимәленекенә тиң.
"Әлегә 3 миллион 198 мең тонна икмәк йыйылды. Уңыштың уртаса күләме гектарынан 22,6 центнер тәшкил итә. Был былтырғы күрһәткестән 2,9 центнерға күберәк. Үткән аҙналағы аяҙ көндәр бик уңышлы файҙаланылды, йыйылған иген 1 миллион 016 мең тоннаға артты, 478 мең гектарҙа ашлыҡ һуғылды", – тине Илшат Фәзрахманов.
Республиканың ун районында 100 мең тоннанан ашыу яңы уңыш йыйылды. Мәҫәлән, Илештә - 167 мең, Саҡмағошта – 159, Стәрлетамаҡта 155 мең тонна. Ҡайһы бер райондарҙа эшт тамамланған тиерлек. Иген культураларының уңышлылығы буйынса лидерҙар үҙгәрмәгән, улар - Саҡмағош, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Бүздәк, Дәүләкән һәм Дүртөйлө райондары.
Тик ауыр хәлдә ҡалған төбәктәр ҙә бар. Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, Көньяҡ Урал һәм республиканың төньяҡ райондарында ҡатмарлы һауа шарттары сәбәпле киләһе йылға орлоҡһоҙ ҡалыуҙары ихтимал. Уларҙың етәкселәренә хәлде тикшерергә, уңышлы төбәктәр менән орлоҡ алмашыуҙы ойошторорға кәрәк.
"Күҙаллауҙар буйынса, быйыл дүрт миллиондан ашыу уңыш йыйыуыбыҙ ихтимал. Был бик мөһим һәм ҡыуаныслы һандар, - тине Радий Хәбиров. – Беҙ был күрһәткескә табан оҙаҡ барҙыҡ. Мин тура бәйләнеш күрәм: ауыл хужалығы тармағына техника һәм ашлама менән ярҙам итәбеҙ икән, уңыш та арта".
Республика етәксеһе 2021 йылға бюджетты әҙерләгән саҡта ауыл хужалығы етештереүселәренә булышлыҡ ҡылыуға айырым иғтибар бүлергә ҡушты. Быйыл был ярҙамды ҡоролоҡтан зыян күргән Хәйбулла районы алғайны.