Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Росагролизинг” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Павел Косов менән осрашты.
Унда ауыл хужалығы предприятиеларын техник яҡтан яңыртыу, ҡорамалдарҙы сервислы хеҙмәтләндереү буйынса дилер үҙәктәре селтәрен булдырыу мөмкинлектәре, республикала заманса һөт фермаларын төҙөүҙе проектлы финанслау мәсьәләләләре ҡаралды. Осрашыуҙа шулай уҡ Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров һәм вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов та ҡатнашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың мартында “АгроКомплекс” махсуслаштырылған күргәҙмәһе майҙанында Башҡортостан Хөкүмәте “Росагролизинг” менән хеҙмәттәшлек һәм төбәктең ауыл хужалығы комплексына ярҙам күләмен киңәйтеү буйынса килешеү төҙөгәйне. Быйылғы йылдың һигеҙ айы эсендә республика аграрийҙары 7,1 миллиард һумлыҡ техника һатып алған, уларҙың 2,2 миллиард һумлығы – компанияның лизинг программаһы буйынса.
– Республика “Росагролизинг” менән бик әүҙем эшләй. Һеҙ хеҙмәттәшлектең ҡыҙыҡлы һәм ылыҡтырғыс шарттарын тәҡдим итәһегеҙ. Ошоноң арҡаһында беҙ хужалыҡтарыбыҙҙың матди базаһын нығыттыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Артабан да һатып алған техника һанын арттырырға йыйынабыҙ. Лизинг механизмдары үҙ һөҙөмтәлелеген дәлилләне.
Компанияның генераль директоры Павел Косов белдереүенсә, былтырғы менән сағыштырғанда, Башҡортостан лизингҡа һатып алыу күләме буйынса илдә 39-сы урындан икенсегә күтәрелгән.
– “Росагролизинг” системаһы аша үткән техника күләме беҙҙең эштең һәйбәт һөҙөмтә биреүе тураһында һөйләй. Быйыл төбәккә 2 миллиард һумдан ашыулыҡ техника һаттыҡ. Көтөүебеҙсә, йыл аҙағына тиклем был күрһәткес 3 миллиард һумға етергә тейеш, – тине Павел Косов.
Артабанғы хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәре булып республикала заманса һөт фермалары төҙөүҙе проектлы финанслау тора. Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, “Росагролизинг” ҡатнашлығында тиҙ төҙөлә торған юғары һөҙөмтәле ун комплекс булдырыласаҡ. Финанслауҙың 80 проценты “Росагролизинг”тан, ҡалған 20-һен уртаҡ өлөштә фермерҙар һәм республика һаласаҡ. Яңы программа буйынса беренсе комплексты “Үҙәк” МТС” предприятиеһы төҙөйәсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.