15–18 сентябрҙә Өфөлә Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумы һәм XXVIII “Газ. Нефть. Технологиялар” махсус күргәҙмәһе уҙғарыла.
Форумды һәм күргәҙмәне асыу барышында республика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған йәнә ике ваҡиға көтөлә – “Газпром Нефтехим Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә водород етештереү башлана һәм “Затон – Яңы Александровка” газ үткәргесе асыла.
Быйылғы күргәҙмәлә илдең 31 төбәгенән 180-дән ашыу компанияның ҡатнашыуы көтөлә. Улар нефть һәм газ тармағындағы яңы ҡаҙаныштары, технологиялары, хеҙмәттәре менән таныштыра.
Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумы барышында 20 сара уҙғарыла. Эш программаһында төп сара – “Хәҙерге шарттарҙа газ химияһы комплексын үҫтереү: көрсөкмө әллә яңы мөмкинлектәрме?” стратегик сессияһы. Дүрт көн дауам иткән форумда тармаҡ алдында торған көнүҙәк бурыстар уйынса фекер алышасаҡтар.
Әйткәндәй, күргәҙмәлә һәм форумда, “Роспотребнадзор” талаптарына ярашлы, барлыҡ профилактика һәм дезинфекция саралары теүәл үтәләсәк.