Киләһе аҙнала Өфөлә Рәсәй Нефть газ Химия форумы һәм “Газ. Нефть. Технологиялар” 28-се махсуслашҡан күргәҙмә үҙенең эшен башлай. Бөгөн республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығында ошо сараға арналған матбуғат конференцияһы уҙғарылды.
– Форум сиктәрендә республикабыҙ өсөн бик әһәмиәтле булған ике ваҡиға көтөлә – “Газпром Нефтехим Салауат” йәмғиәтенең водород етештереү ҡеүәте һәм “Затон – Ново-Александровка” газ үткәргесе асыласаҡ, – тине Башҡортостандың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев.
“Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы” йәмғиәтенең генераль директоры Альбина Килдеғолова әйтеүенсә, сара “Роспотребнадор”ҙың пандемияға ҡағылышлы барлыҡ талаптарын үтәп уҙғарыласаҡ: ултырыштарҙа урындар бер-береһенә яҡын булмаясаҡ, саралар араһында ҙур ғына тәнәфес яһала. Компаниялар һәм саралар һаны шул килеш ҡалһа ла, уларҙа ҡатнашҡан кешеләр был юлы аҙыраҡ буласаҡ. “Беҙ һан артынан ҡыумайбыҙ, ә сифатты ҡайғыртабыҙ“, – тине Альбина Вил ҡыҙы.
Форумда Рәсәйҙең 31 төбәгенән 180-дән ашыу компания ҡатнашырға теләк белдергән. Улар пленар ултырыштан тыш 20 секцияла шөғөлләнәсәк.