Конкурста ҡатнашыусылар
https://idea.asi.ru крауд-платформаһында 12,4 меңдән ашыу идея урынлаштырған. Бәйгеселәр араһында ябай граждандар ҙа, төп тармаҡ эксперттары ла, төбәк башлыҡтары ла, танылған эшҡыуарҙар ҙа бар. Иң яҡшы 100 идея һәм проект авторҙары үҙҙәренең эшләнмәләре менән Сочиҙа уҙғарылған “Яңы заман өсөн ҡеүәтле идеялар” форумында таныштыра. Еңеүселәргә сараны ойоштороусыларҙан һәм уның партнерҙарынан ярҙам күрһәтелә, проекттары ил төбәктәрендә таратыу өсөн “Смартека” платформаһында урынлаштырыла.