Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” тәртибендә сираттағы тематик онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда ауыл хужалығы һәм юл буйы сервисы өлкәһендәге яңы проекттар ҡаралды.
“Искра” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Рәмил Мостафин Көйөргәҙе районында йыл әйләнәһенә эшләгән мал һимертеү майҙансығы (фидлот) төҙөү проекты менән таныштырҙы. Проектҡа 2024 йылға тиклем 147 миллион һум инвестиция йүнәлтелә. Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, инвесторға дәүләт ярҙамы сифатында төҙөлөшкә сығымдың бер өлөшөн субсидиялап, проектты өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индерәсәктәр. Радий Хәбиров инвесторға хужалыҡты артабан үҫтереү планын ҡарап, уны бергәләп тикшерергә тәҡдим итте.
“Март” компанияһының генераль директоры Сергей Маричев Стәрлетамаҡта емеш-еләк-йәшелсә эшкәртеү һәм һаҡлау буйынса күмәртә-бүлеү логистика үҙәге төҙөү ниәте тураһында һөйләне. Заманса комплекста 12 мең тоннаға тиклем продукция һаҡлау, эшкәртеү, ҡаптарға тултырыу күҙаллана. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн ташландыҡ завод майҙансығын бүлеп, объектты планлаштыра башлағандар. Инвестиция күләме 616 миллион һум тәшкил итә. Комплекста 85 яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Республика Башлығы Хөкүмәткә проект инициаторы менән берлектә төҙөлөшкә сығымдың бер өлөшөн федераль субсидиялау мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
Кәңәшмәлә “Евродеталь-Сервис” йәмғиәте директоры Азат Вәлиуллин Өфө районында Ford коммерция автомобилдәрен һатыу һәм йүнәтеү буйынса дилерлыҡ үҙәге проектын тәҡдим итте. Унда 70 кеше эшләйәсәк. Үҙәк нигеҙендә ял һәм юл буйы сервисы зонаһы буласаҡ.
Төҙөлөштө башлау өсөн инвестор ер бүлеүҙә һәм М5 федераль трассаһынан юл һалыуҙы яраштырыуҙа ярҙам һораны. Радий Хәбиров Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына Өфө районы хакимиәте менән берлектә ярҙам күрһәтергә ҡушты. Проектҡа шулай уҡ һалым ташламалары бирелеп, төҙөлөшкә сығымдың бер өлөшө компенсацияланасаҡ.
– “Башавтотранс”, башҡа сәнәғәт предприятиелары менән хеҙмәттәшлек нигеҙендә автомобилдәр, автобустар өсөн төрлө деталдәр етештерә башларға теләйбеҙ, – тине Азат Вәлиуллин. – Был йүнәлеш өсөн Ағиҙел ҡалаһын майҙансыҡ итеп һайланыҡ. Унда яңы эш урындары булдырасаҡбыҙ.
Республика Башлығының күрһәтмәһенә ярашлы, Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы Ағиҙелдәге проектҡа ярҙам саралары буйынса тәҡдимдәр әҙерләй, шулай уҡ хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлеген тикшереү өсөн инвестор менән предприятиелар етәкселәренең осрашыуын ойоштора.