Кисә, 9 сентябрҙә, “РОСДОРНИИ”ның Ырымбур филиалы белгестәре “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә ремонтланған “Благовещен-Павловка” юлы участкаһын тикшереүгә сыҡҡан. Был ерҙе заманса технологиялар файҙаланып ремонтлағандар. Юлдың өҫкө япмаһы асфальт-бетон ҡатнашмаһын күләмле-функциялы проектлау технологияһы буйынса эшләнгән. Был технология индереү өсөн өҫтөнлөклө һанала, сөнки ул юлдарҙың хеҙмәт итеү ваҡытын күпкә оҙайта.
Бөгөндән подрядсы ойошма юл разметкаһын һыҙа башлаған. Юлдың был участкаһында разметка термопластик файҙаланып һыҙыласаҡ.
Сифатты тикшереү юл эштәренең бөтә этаптарында ла алып барыла. Иғтибар документтарҙы дөрөҫ әҙерләп, эштәрҙе ойоштороуҙа хәүефһеҙлек талаптарын үтәүҙән башлап, материалдарҙың сифатына, технологияны үтәү, төҙөлөш контролен ойоштороуға тиклем бирелә.
Белгестәр япманың физик-механик үҙенсәлектәрен, ныҡлығы сиген асыҡлау өсөн өлгөләр алған, анализдар үткәреләсәк.
“РОСДОРНИИ” идаралығының Ырымбур филиалы директоры урынбаҫары – аудит сифаты һәм яңы технологиялар индереү бүлеге начальнигы Иван Галкин белдереүенсә, алынған өлгөләрҙе ҡарап сыҡҡас, асфальтбетон япмаһының өҫкө ҡатламы проект күрһәткестәренә ярашлы, тип табылған. Бынан тыш белгестәр документтарҙы ла тикшергән. Был йәһәттән дә иҫкәрмәләр булмаған.
Башҡортостанда әлеге ваҡытта “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса саралар тамамлана. Ағымдағы йылда проектты финанслау 7 миллиард һум тәшкил иткән, уларҙың 2 миллиард һумы федераль бюджет аҡсалары. Эштәр 111 төп объектта алып барыла.
– Эштәр граждандар, автоһәүәҫкәрҙәр ялыуҙары һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең йәки контроль органдарының күрһәтмәләре булған иң ауыр һәм проблемалы участкаларҙа алып барыла, – тине республиканың юл хужалығы идаралығының федераль программалар буйынса етәксеһе урынбаҫары Азамат Тайыпов.