11 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы "Сәнәғәт сәғәте"н үткәрҙе. Унда Күмертауҙа алдынғы социаль-сәнәғәт үҫеш биләмәһе майҙансығында кейем тегеүҙе ойоштороу буйынса проектты хупланылар.
"Баш-Деним" йәмғиәте директоры Алексей Лисный һөйләүенсә, балалар һәм ололар өсөн джинсы әйберҙәр теккән Ligas бренды аҫтындағы компания 18 йыл буйы Краснодарҙа эшләй. Етештереү ҡеүәте киңәйгәс, инвестор былтыр эшмәкәрлекте Башҡортостанда ла ойошторорға ҡарар иткән.
30 миллион һумлыҡ проект бер нисә этапты күҙ уңында тота. Уны тормошҡа ашырыу ваҡыты - ике йыл. Ҡорамалдар яңы майҙансыҡҡа күсерелгән, ҡороу эштәренә әҙерлек бара. Етештерелгән әйбер федераль һатыу селтәрҙәрендә ҙур ихтыяж менән файҙалана. Материал һатып алыу өсөн предприятиеға ташламалы хаҡҡа займ кәрәк. Алексей Лисный әйтеүенсә, беренсе этапта 30 яңы эш урыны булдырыласаҡ, артабан белгестәр штаты киңәйә барасаҡ. "Беҙ урындағы кешеләрҙе йәлеп итеп уҡытасаҡбыҙ. Бының өсөн мәшғүллек хеҙмәте менән үҙ-ара бәйләнеш урынлаштырылған", ти ул.
Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенә бер аҙна эсендә ташламалы финанслау йәлеп итеү мәсьәләһен ҡарауҙы йөкмәтте.
Кәңәшмәлә шулай уҡ алдағы "Сәнәғәт сәғәте"ндә ҡуйылған бурыстарҙың үтәлеше тикшерелде. Шулар араһында - матрас етештергән "Корона" Туймазы предприятиеһына ер майҙаны бүлеү. "Матрас эшләүҙе тәүлегенә 500-ҙән 1000-гә тиклем еткергәс, етештереү ҡеүәтен арттырыу ихтыяжы тыуҙы, - ти йәмғиәттең генераль директоры Рәмил Мамлеев. - Бының өсөн предприятие эргәһендә ҡулай биләмә бар, тик ерҙең милексеһе уны бик юғары хаҡҡа тәҡдим итә".
Радий Фәрит улы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәшировҡа ҡыҙыҡһынған ике яҡ менән дә һөйләшеүҙәр үткәрергә һәм барыһын да ҡәнәғәтләндерелек ҡарар ҡабул итергә ҡушты.
Шулай уҡ "Башинком" ашлама сығарыу буйынса фәнни-өйрәнеү предприятиеһына ер майҙаны бүлеү. Сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев әйтеүенсә, Өфө ҡалаһы хакимиәте ярҙамы менән был проектҡа ер бүленгән.
Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев Борай районында "Сәнәғәт сәғәте" күсмә ултырышында билдәләнгән мәсьәләләрҙең үтәлеш һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.
Бынан тыш, эске баҙарҙа "Уфадормаш" һәм "Стеклонит" етештергән продукцияны арттырыу тураһында һүҙ барҙы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.