Хәҙерге ҡатмарлы заманда үҙенең хужалыҡ эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт булғандар һирәк, күпселек етәксе зарланырға ярата. Ә бына Күгәрсен районының “Тәүәкән” йәмғиәте етәкселеге менән һөйләшкәндә: “Барыһы ла һәйбәт, беҙ планлаштырғанса бара, киләсәккә маҡсаттар ҙа күп”, – тип кенә ҡуялар. Хәйер, шулай икәнлеген былай ҙа беләбеҙ – алдынғы хужалыҡ тураһында гәзитебеҙ беренсе тапҡыр ғына яҙмай. Ә шулай ҙа бөтә донъяны солғап алған көрсөк шарттарында улар нисек алға бара ала?
Тәүәкән ауылында йөрөгәндә “Бабай ярҙам итте”, “Бабай һатып алып биргәйне”, “Бабай һүҙендә торҙо...” тигән фекерҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Әлбиттә, һүҙ Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов тураһында, сөнки Тәүәкән – уның тыуған ауылы.
“Мортаза Ғөбәйҙулла улының йорто ҡайҙа?” – тип һорайым. Уның тыуып үҫкән йортон – ҡыҙыл кирбестән зауыҡлы итеп һалынған күркәм өйҙө күрһәттеләр. Сәңкем (ауылдың икенсе атамаһы) урамындағы күркәм йорт янында барыһы ла туҡталыбыраҡ китә. Йылдар уҙа бара, был бина төҙөкләндерелгән, матурайтылған. Әйткәндәй, Тәүәкәндә иҫкергән йорттар күҙгә салынмай ҙа. Хатта электән һалынғандары ла заманса материал менән көпләнгән.
– Мортаза Рәхимов шул тиклем тынғыһыҙ, халҡы, ауылдар яҙмышы өсөн борсола. Уның янына барып, эштәрҙең ыңғай барышын һөйләһәң, тынысланып китә. Ауыл халҡының йәшәйешендә килеп сыҡҡан төрлө ауырлыҡтар өсөн борсола һәм ниндәйҙер проблеманы хәл итергә ярҙам итһә, мотлаҡ һүҙендә тора – ул тотонһа, эш яйланып китә. “Тәүәкән”гә директор итеп ҡуйыр алдынан мине Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән таныштырырға алып барҙылар. Ҡараны ла: “Һинең исемең Уралмы? Уралдар шәп кеше булырға тейеш. Эшләргә фатихамды бирәм”, – тине. Миңә ышаныс белдергәне өсөн ҙур рәхмәт уға, – тип һөйләгәйне бер саҡ йәмғиәттең директоры Урал Ибраһимов.
Улар ярты районға эш бирә
Был предприятие күп тармаҡлы эш алып бара. Мал үрсетеп һимертеүҙән тыш, ризыҡты эшкәртеп һатырға ла өлгөрөүе, етештереү күрһәткестәре менән һоҡландыра. Эшкәртеү цехтарын ҡарай башлаһаң, бәләкәй ауылда йөрөгәнең онотола.
– Ауыл үҙе ҙур түгел, ә нисәмә цех эшләй, нисек шул хәтлем оҫталар таба алаһығыҙ? Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү ҙә еңелдән түгелдер? – тип һорайым баш агрономдан.
Тирә-яҡ ауылдарҙан да халыҡты хужалыҡ автобустары ошонда эшкә йөрөтә икән. Тәүәкәндән тыш, был цехтарҙа Яңауыл, Аҙнағол, Бикес, Һарытау, Черниговка, Прогресс, Теләүембәт, Дауыт-Ҡайып, Подгорное, хатта Ырымбур өлкәһенең Алмалы һәм Варваровка ауылдарынан да байтаҡ кеше бында эш урыны тапҡан.
Беҙ цехтарҙы ҡарап йөрөгәндә Азамат Рәшит улы һәм бындағы белгестәр Тәүәкәндә фәҡәт тәбиғи ризыҡ етештерелеүен бер нисә тапҡыр телгә алды: иткә йәки ҡамырға һуған, борос һәм тоҙ ғына ҡушыла икән.
– Беҙ аҙыҡ эшкәртеү предприятиеларының, ғәҙәттә, продукцияның үҙҡиммәтен кәметергә һәм шул юл менән табышты арттырырға ынтылып, һәр төрлө консервант ҡулланыуын, аҙыҡҡа тағы күп нәмәләр өҫтәүен беләбеҙ. Имеш, былар барыһы ла ризыҡты оҙағыраҡ һаҡларға ярҙам итә. Ә бына һаулыҡҡа йоғонтоһо нисектер инде... Һеҙ аҙыҡ эшкәртеүҙә тәбиғи сеймал һәм ризыҡ ҡына ҡулланаһығыҙ. Улай етештереү ҡиммәткә төшмәйме?
– Юҡ, – тип баш сайҡай баш агроном. – “Тәүәкәндә етештерелгән” тигән яҙыу үҙе үк тәбиғи нигеҙҙә эшләнгән тигәнде аңлата, ә бындай бренд сауҙа баҙарында арзан түгел.
Баш агроном Азамат Хисмәтуллин менән уның эшкә йөрөр өсөн файҙаланылған “Нива”һында баҫыуҙар буйлап елдерәбеҙ. Ураҡтың иң ҡыҙған мәле. “Сәүкә кисеүе” яланында комбайнсылар Шакир Кинйәбаев һәм Дим Вәлишин менән һөйләшәбеҙ. Тәүгеһе Көйөргәҙе яҡтарынан, йыл да ураҡҡа бында килә икән.
Әйткәндәй, шунда уҡ күҙгә ташланғаны – хужалыҡта йәштәрҙең күп булыуы. Насар урын булһа, ситкә ҡасырҙар ине, ә был коллективҡа килергә, эшкә урынлашырға ынтылып торалар. Был баҫыуҙа ла Мортаза Ғөбәйҙулла улының исеме иҫкә төшмәй ҡалманы: “Бына был “Сlaas Tucano” комбайндарының икеһен дә Рәхимов һатып алып биргәйне”, – ти Азамат Рәшит улы.
Баҫыуҙарҙы иңләп-буйлап йөрөй торғас, Ырымбур өлкәһенә лә барып сыҡтыҡ. Ул Тәүәкәндән сығып бер аҙ барғас та башлана. Был яҡтарҙа ла йәмғиәт ҡуртымға алған баҫыу майҙаны байтаҡ, бөтәһе 16 мең гектар ерҙе эшкәртәләр икән.
Яландар буйлап йөрөп әйләнгәс, Азамат Хисмәтуллин менән эшкәртеү цехтарын ҡарарға ла өлгөрҙөк. Етештереүҙә һәр саҡ ҡалдыҡтар булһа ла, бөтә ерҙә тәртип һәм бөхтәлек. Тәүге тапҡыр түгелмен уларҙа, шулай ҙа, нисә ҡараһаң да, улар тәрән тәьҫир ҡалдыра.
Бына мал һуйыу цехына инәбеҙ. Бында Израиль ҡоролмаһы урынлаштырылған, ул пресс рәүешендә эшләй – малды ул ҡыбырламаҫлыҡ итеп ике яҡтан да ҡыҫып тота һәм ҡулдан һуйырға ла мөмкин. Башҡа ит эшкәртеү предприятиеларынан айырмалы, ҡул менән һуйыу – хәләл продукция етештереү талабы. Малды бында крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарынан да, халыҡтан да ҡабул итәләр икән.
– Ҡаймаҡ, ҡуйылығы бер нисә төрҙәге һөт, эремсек, кефир, ряженка, ҡорот, аҡ май... – был продукция төрҙәрен етәксе Азат Ибраһимов һөт цехында йөрөгәндә теҙеп алып китте.
Тәүәкәндең татлы ҡамыр ризығы, ҡаҙылыҡ һәм төйөлгән ите, көнбағыш майы, башҡа күп төрлө продукцияһы ла төрлө тарафтарға оҙатыла һәм тиҙ арала һатылып бөтә.
Тик шулай ҙа был аҙыҡтар ғына “Тәүәкән” йәмғиәтенең асылын сағылдырмай әле: уны республикабыҙ ауыл хужалығы тармағының һәм, ғөмүмән, милли иҡтисадыбыҙҙың өлгөлө предприятиеһы кимәленә күтәргән продукция – бал менән ҡымыҙ. Йәмғиәттең ҙур умарталығы бар, ә ҡымыҙҙы көн һайын 150 литр самаһы етештерәләр, был ике продукцияны ла хужалыҡтың Тәүәкәндәге кибетендә һәм тирә-яҡ ҡалаларҙа ҙур теләк менән һатып алалар.
“Тәүәкән”дең районда һәм ошо төбәктә генә түгел, ә бөтә республикала абруйы ҙур. Былтыр йәй “Баҫыу көнө” республика семинарының тап ошо хужалыҡта үткәрелеүе лә быны раҫлай. Был сараға етәкселек иткән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов та йәмғиәттең күрһәткестәренә юғары баһа бирҙе.
– Һеҙҙең хужалыҡты, етештереү күләменең ҙурлығын һәм күп тармаҡлы булыуын, иҡтисади ҡеүәтен күҙ алдында тотоп, “Күгәрсен районының локомотивы” тип тә атайҙар. Тимәк, республика кимәлендәге алдынғы коллективтарҙың береһе булыуы ла аңлашыла. Был уңыштың сере ниҙә? – тип һорайым Азамат Рәшит улынан.
– Беҙ бит тотороҡло эшләйбеҙ, буй етер-етмәҫ булған ҙур маҡсаттар ҙа ҡуймайбыҙ, етештереүҙе лә кәметмәйбеҙ, аҡрынлап һәм ышаныслы рәүештә күтәрелә барабыҙ, – тине баш агроном.
“Тәүәкән” хужалығын киләсәк ауыл хужалығы тип атау ҙа һис арттырыу булмаҫ. Мал һәм ҡош-ҡорт үрсетеүҙең заманса технологияларын ҡулланып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп кенә ҡалмайҙар, ә республикала беренселәрҙән булып етештерелгән продукцияны эшкәртеүҙе лә үҙләштерҙеләр, йәғни баҫыу йәки ферманан алып кибет кәштәһенә килеп еткәнсе тулы цикл тормошҡа ашырыла бында. Тағы ла шуныһы: Тәүәкән етештереү күрһәткестәре менән генә түгел, ә кешеләренең ихласлығы һәм хеҙмәткә дәрте менән дә таң ҡалдыра.