Бөгөн Өфөләге “ВДНХ ЭКСПО ӨФӨ” майҙансығында “Газ. Нефть. Технологиялар” Бөтә Рәсәй нефть, газ, химия форумы һәм 28-се махсуслашҡан күргәҙмә үҙ эшен башланы.
Йыл һайын был форум тармаҡ эксперттары өсөн осрашыу һәм эшлекле аралашыу буйынса абруйлы майҙансыҡ булып хеҙмәт итә. Форумды асыу тантанаһында республика өсөн ҙур әһәмиәтле ваҡиға булды – “Газпром Нефтехим Салауат” акционерҙар йәмғиәтендә водород етештереү ҡеүәте эшкә ҡушылды.
– Матур йолаға әүерелгән форумда ҡатнашыусыларҙы йәнә Өфөлә күреүемә шатмын, беҙ артабанғы эш йүнәлештәрен уртаға һалып һөйләшеү өсөн йыйылдыҡ, пандемия шарттарында ла етештереүҙе кәметмәгән өсөн нефть һәм газ тармағы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт! – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, форумда һәм күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһап.
Күргәҙмәгә Рәсәйҙең 31 төбәгенән 180-дән ашыу компания вәкилдәре йыйылды. Форум да, күргәҙмә лә “Роспотребнадзор”ҙың пандемияға ҡағылышлы барлыҡ талаптарын күҙәтеп үткәрелә. Эшлекле программа Рәсәйҙең 14 ҡалаһынан килгән ике йөҙгә яҡын спикер ойошторған 20 сараны үҙ эсенә ала. Был программаның үҙәк өлөшө “Газ химияһы комплексының хәҙерге шарттарҙағы үҫеше: көрсөкмө, әллә яңы мөмкинлектәрме?” тип аталған стратегик сессиянан торасаҡ.
Сессия ултырышында республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров, Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәре союзы президенты Геннадий Шмаль, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы Владимир Капустин, сенатор, Федерация Советының иҡтисади сәйәсәт буйынса комитеты ағзаһы Юрий Важенин һәм башҡалар ҡатнаша. Дүрт көн барасаҡ сарала Рәсәй нефтселәре һәм газсылары тармаҡтың иң көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алышырға йыйына.