Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин күптән түгел булып үткән ултырыштарҙың береһендә илдең еңел сәнәғәтенә донъя баҙарындағы көнәркәшлек шарттарында эшләргә ярҙам күрһәтеләсәге һәм бының өсөн субсидиялар биреләсәге тураһында хәбәр итте.
– Ошо маҡсатҡа бер миллиард һум бүленәсәк, уның яртыһы предприятиеларҙың кредит түләүҙәрен ҡаплауға, шулай уҡ ҡорамалдар алыуға китәсәк, – ти Хөкүмәт етәксеһе. – Етен туҡыманан әйберҙәр етештереүҙә көнәркәшлекте көсәйтеүгә айырым иғтибар биреләсәк. Һәм, әлбиттә, эш урындарын һаҡлап ҡалыу һәм арттырыу ҙа күҙ уңынан ысҡынырға тейеш түгел.
Башҡортостанда 90-сы йылдар башында ошо тармаҡҡа ҡараған 42 предприятие бар ине, артабан уларҙың байтағы донъя баҙарынан, айырыуса Ҡытайҙан ағылған еңел сәнәғәт продукцияһы менән көнәркәшлеккә түҙмәне һәм эшмәкәрлеген үҙгәртергә йәки ябылырға мәжбүр булды.
Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, һуңғы ярты йылда төбәк Хөкүмәтендә еңел сәнәғәт предприятиеларына ярҙам итеү буйынса аналитик эш башҡарыла.
– Эйе, беҙҙә яғыулыҡ-энергетика комплексы, металлургия һәйбәт үҫешкән, әммә еңел сәнәғәтте артабан үҫтереү ҙә заман талабына әйләнде, – тине Радий Фәрит улы. – Уның алдына аныҡ маҡсат ҡуйыла: етештереү күләмен ике тапҡырға арттырырға. Был – ҡатмарлы һәм амбициоз бурыс, әммә беҙҙең белгестәр барыһын да иҫәпләне, был йүнәлештәге “юл картаһы” әҙер. Быға саҡлы ла еңел сәнәғәткә ярҙам итеү программаһы эшләнгән булған һәм бының өсөн ни бары 130 миллион һум бүлеү ҡаралған. Әлбиттә, был ярҙамды бер нисек тә йоғонтоло тип булмай, шуға күрә беҙ программаны үтәй башлау өсөн 1,5 миллиард һум аҡса бүләбеҙ. Был программа “һыуҙа” яҙылмаған, уның һәр пункты аҡсалата ярҙам менән нығытыла.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, ул муниципалитеттарҙа булғанда һәр саҡ еңел сәнәғәт предприятиеларына инеп сығырға тырыша. “Хәтеремдә, Дәүләкән районына барғанда унда дүрт аяҡ кейеме фабрикаһы булыуы тураһында әйттеләр, – ти Радий Хәбиров. – Театр гардеробтан башланған кеүек, предприятиеның ниндәй икәнлеге лә ингән урындан уҡ беленә. Ҡарайым: бөтә ерҙә тәртип, бөхтәлек. Тимәк, бында егәрле һәм үҙ вазифаларына яуаплы ҡараған халыҡ эшләй. Әммә ҡорамалдарына иғтибар итмәй булдыра алманым: улар, моғайын, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан алып эшләйҙер. Ә бит уларҙа балалар өсөн бик кәрәкле һәм беҙҙең халыҡ һатып алырлыҡ хаҡтар ҡуйылған аяҡ кейеме тегелә. Шуға күрә беҙҙең алда торған төп бурыстарҙың береһе – еңел сәнәғәт предприятиеларына техник яҡтан ҡайтанан ҡоралланырға ярҙам итеү. Быйылдан башлап еңел сәнәғәт өсөн яңы ҡорамалдар һатып алыуҙың 50 процентын республика ҡаҙнаһынан ҡаплай башлайбыҙ.