Иҡтисад
15 Сентябрь 2020, 11:00

Үҙебеҙҙе лә тәьмин иттек, һатыуға ла күп

Ауыл хужалығы тармағы һөйөндөрә.

Быйыл, коронавирус пандемияһына ҡарамай, ауыл хужалығы тармағы юғары уңыштары менән ҡыуандыра. Республиканың агросәнәғәт комплексы үҫемлекселек тауарының бөтә йүнәлештәре буйынса ла аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин иткән. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.
Бөгөнгә ҡарата баҫыуҙарҙың 91 процентынан - 1 миллион 636 мең гектарҙан уңыш йыйып алынған. Бөтәһе 3,7 миллион тонна иген һуғылған. Республиканың мохтажлығы – 2,7 миллион тонна. Тимәк, бер миллиондан ашыу тонна һатыуға тороп ҡала.
– Бөгөндән Силәбе өлкәһе һәм Удмурт республикаһы беҙҙең менән контракттар төҙөй. Уларҙа уңыш яҡшынан түгел, – тине Илшат Фәзрахманов.
Үткән аҙнала шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу башланған. Уның уртаса уңыш кимәле гектарынан 331 центнер. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, быйыл 180-190 мең тонна шәкәр алыныр тип көтөлә. Республиканың мохтажлығы – 91 мең тонна.
Мал аҙығы әҙерләү эше лә тамамлана: быйыл 1,5 йылға етерлек аҙыҡ тупланған. Ә бына майлы культураларҙың уңышы хөртөрәк: гектарынан 10 центнер тирәһе. Был культураларҙы йыйыу күптән түгел генә башланды, әле дөйөм майҙандың 16 процентынан уңыш йыйылған.
Фото: gtrk.tv
Читайте нас