Иҡтисад
15 Сентября 2020, 12:30

Өфөнөң яр буйы иҫ киткес матур буласаҡ!

Эшҡыуарҙар, рәхим итегеҙ! Республика Башлығы һеҙгә ярҙам итәсәк.

Өфөләге Ағиҙел яры баш ҡаланың йөҙөк ҡашы булырға тейеш. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уны үҫтереү менән шәхсән үҙе шөғөлләнәсәге тураһында белдерҙе.
– Еңел бирелмәне ул беҙгә. Нисек кенә булмаһын, хәҙер беҙҙә лә яр буйы бар. Ҡайһы бер нимәләрҙе эшләп бөтөргә кәрәк, тик иң мөһиме – уға яңы һулыш өрөргә. Был Мәҙәниәт министрлығына ла, Өфө ҡалаһының социаль блогына ла ҡағыла. Яр буйы бизнес өсөн дә ҡыҙыҡлы була ала. Шуға күрә беҙ эш төркөмө булдырабыҙ, мин уға үҙем етәкселек итәсәкмен. Эш төркөмөнөң маҡсаты – бында бизнесты йәлеп итеү, сөнки беҙ бөтә эште лә бюджет иҫәбенә генә эшләй алмайбыҙ, – тине ул.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, яр буйын үҫтереү өсөн төрлө мөмкинлектәрҙе ҡарарға, ресторандар төҙөргә, балалар һәм спорт объекттары булдырырға кәрәк. Бизнесҡа килгәндә, бында билдәле ресторатор Александр Антонов йәлеп ителәсәк.
– Уның ошоноң кеүек биләмәләрҙе үҫтереү тәжрибәһе ҙур. Ул ысын мәғәнәһендә һәр ергә йән өрә белә. Шуға күрә беҙ уның менән һөйләштек, ул был комиссияла йәмәғәт башланғысында секретарь буласаҡ. Киләһе йыл йәй аҙағында бында тәүге стационар ресторандар, ял объекттары барлыҡҡа килергә тейеш. Яр буйы үҙенең күрһәткестәре буйынса бик отошло, бында төрлө уңайлыҡтар булдырыу өсөн урын күп, – тине Радий Хәбиров. – Мин бөтә эшҡыуарҙарға мөрәжәғәт итәм: кем үҙенең яҡшы идеяһын тормошҡа ашырырға теләй, килегеҙ. Тик шуны онотмағыҙ: был идея дүрт миллион халыҡлы республиканың бер миллион кешеһе йәшәгән баш ҡаланың яр буйына торошло булырға тейеш. Мин был эш менән үҙем шөғөлләнәсәкмен, шуға күрә миңә, хакимиәткә, Өфө ҡалаһы хакимиәтенә мөрәжәғәт итегеҙ.
Фото: bash.news
Читайте нас