Иҡтисад
15 Сентября 2020, 05:30

Киләсәге өмөтлө булһа ғына...

Республикабыҙ Хөкүмәтенең күптән түгел булып уҙған ултырышында Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров етәкселегендә “Башҡортостанда сәнәғәтте үҫтереү һәм уның көнәркәшлеген күтәреү” дәүләт программаһына үҙгәрештәр индереү мөмкинлеге ҡаралды.

Республикабыҙ Хөкүмәтенең күптән түгел булып уҙған ултырышында Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров етәкселегендә “Башҡортостанда сәнәғәтте үҫтереү һәм уның көнәркәшлеген күтәреү” дәүләт программаһына үҙгәрештәр индереү мөмкинлеге ҡаралды.


Сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяевтың ошо үҙгәрештәр проекты буйынса сығышынан күренеүенсә, был эштең маҡсаты – бөгөн нигеҙ булып торған һәм киләсәге өмөтлө тармаҡтарға ярҙам итеү. Дәүләт программаһы түбәндәге бүлек­тәрҙән тора:

– сәнәғәт һәм энергетика ҡеүәттәрен көсәйтеү;

– урман сәнәғәте комплексын үҫтереү;

– еңел сәнәғәтте һәм халыҡ ижады кәсептәрен үҫтереү.


Дәүләт программаһын 2024 йылға саҡлы үҫтереү 1,8 миллиард һум талап итәсәк. Был ҡарарҙы ҡабул итеү сәнәғәт комплексына инвестиция ресурстарын йәлеп итеү, ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, етештереүҙе һәм технология­ларҙы яңыртыу өсөн шарттар тыу­ҙы­расаҡ, шулай уҡ Башҡортос­тандың энергетика инфра­структураһын ҡулланыусылар өсөн асығыраҡ итәсәк.


Башҡортостан сәнәғәте илебеҙ­ҙең көнәркәшлек шарттарына яҡшыраҡ яраҡлашҡан төбәктәре исемлегенә инә. Ошо йылдың тәүге яртыһында бындай шарт­тарға һәләтле сәнәғәт продук­цияһын экспортлау 887,17 миллион доллар тәшкил иткән. Кө­нәркәшлек һәләтен үҫтереүҙең Рәсәй Сәнәғәт министрлығы раҫ­лаған программаны тормошҡа ашырыуҙа республиканың 16 ойош­маһы ҡатнаша. Быйыл ми­нистрлыҡ ошо предприятиелар менән әлеге программаны үтәү һәм был йүнәлештә дәүләт яр­ҙамы күрһәтеү тураһында киле­шеүҙәр төҙөйәсәк.
Читайте нас