Иҡтисад
15 Сентябрь 2020, 19:15

Хеҙмәттәшлек барыһы өсөн дә файҙалы буласаҡ

Республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумының пленар ултырышында сығыш яһаны.

Бөгөн Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров “ВДНХ-Экспо” күргәҙмәләр комплексында үткән Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумының пленар ултырышында сығыш яһаны. Уның темаһы – “Заманса шарттарҙа газ химияһы комплексын үҫтереү: көрсөкмө әллә яңы мөмкинлектәрме?”.
Сарала ҡатнашыусылар нефть эшкәртеүҙә технологик инновацияларҙы ғәмәлгә индереү, операция процестарында һанлы трансформациялар, аҙ тоннажлы производствоны үҫтереү, тармаҡҡа дәүләт ярҙамы саралары, газ эшкәртеү тенденциялары һәм уны үҫтереү мөмкинлектәре буйынса фекер алышты.
– Башҡортостан – Рәсәйҙә иң ҙур нефть һәм газ химияһы үҙәктәренең, тәбиғи газды төп ҡулланыусыларҙың береһе. Беҙҙә тап яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары сәнәғәт продукцияһының, экспортты, бюджет килеменең төп өлөшөн тәьмин итә, – тине Радий Хәбиров үҙенең сығышында. – Бөгөн “Газпром нефтехим Салауат”та водород етештереү ҡулайламаһын сафҡа индереү тантанаһында ҡатнаштыҡ. Был – 8,5 миллиард һум инвестиция. Тиҙҙән унда 40 миллиард һумдан ашыу күләмдә инвестиция менән капиталь крекинг ҡулайламаһы урынлаштырыласаҡ. Беҙ “Газпром трансгаз Өфө”гә лә рәхмәтлебеҙ. Был предприятие республика сәнәғәтен инновациялы үҫтереүҙең этәргесен тәшкил итә.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостан газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү йәһәтенән алдынғылыҡты яулай. Яҡын арала беҙҙә тағы ла 26 газ менән заправкалау станцияһы төҙөү күҙаллана.
– “Газпром” менән хеҙмәттәшлектең яңы кимәленә сығабыҙ. “Роснефть” һәм “Ростех” менән эш миҫалында берлектәге эш төркөмө төҙөйбөҙ. Бындай тығыҙ аралашыу һәм хеҙмәттәшлекте ентекле тикшереү газ холдингына ла, беҙҙең төбәккә лә файҙалы буласаҡ, – тине республика Башлығы.
Сығышының аҙағында Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән быйыл Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында “Алға” махсус иҡтисади зонаһы ойошторолоуын телгә алды.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас