Иҡтисад
16 Сентябрь 2020, 09:40

Радий Хәбиров: "Бер ниндәй ҙә төҙөлөш булмаясаҡ!"

Республика Башлығы Өфөнөң Шота Руставели урамындағы бейек йорт төҙөлөшөн туҡтатырға ҡушты.

Бөгөн, 16 сентябрҙә, республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Шота Руставели урамындағы 34 ҡатлы күп фатирлы йорт төҙөлөшө барған урында булды һәм уны туҡтатырға ҡушты.
Был төҙөлөш күптән бәхәс тыуҙыра, сөнки яңы төҙөләсәк объект эргәләге йорттарҙа йәшәүселәргә ҡағылышлы санитар нормаларҙы боҙоуға килтерәсәк. Күрше 9 ҡатлы йортта йәшәгән кешеләр әле үк фатирҙарының стенаһы емерелеүе хаҡында белдергән. Шулай уҡ яҡында урынлашҡан 15-се балалар баҡсаһына ла ҙур хәүеф янай. Был хәлгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында Радий Хәбиров 7 сентябрҙә үткән "Төҙөлөш сәғәте"ндә Ринат Бәшировҡа мәсьәләне тикшереү бурысын ҡуйғайны.
Бөгөн Радий Хәбиров төҙөлөш барған йорт янында ошо кварталда йәшәүселәр менән осрашты, уларҙың фекерен тыңланы һәм кисекмәҫтән төҙөлөш эштәрен туҡтатырға ҡушты.
"Төҙөлөш булмаясаҡ! Бөгөндән үк бар эштәрҙе туҡтатығыҙ, кискә тикшерәсәкмен. Ике-өс көндә төҙөлөш майҙанын рәтләүҙе башлағыҙ. Был урында торлаҡ төҙөлөшө булмаясаҡ, бәлки, киләсәктә балалар баҡсаһы, йә иһә балалар майҙансығы төҙөлөр. Ҡала етәкселеге тикшерһен".
Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов йорт төҙөлөшөнөң дөрөҫлөгөн тикшереү барышындағы һөҙөмтәләр менән таныштырҙы.
- Тикшереү осоронда төҙөлөш һәм ер мөлкәте буйынса закондарҙы боҙоуға бәйле бихисап осраҡтар асыҡланды. Йорт төҙөү һәм биләмәне үлсәү буйынса проект эштәрендә күрше йорттарҙа йәшәүселәрҙең йорт яны биләмәһе иҫәпкә алынмаған. Улар ял итеү урыны, балалар, спорт майҙансығы, парковка урындарынан мәхрүм ителгән, - тине Ринат Бәширов.
Фото: "Башинформ"
Читайте нас