Кисә кис “Питерҙан Мирныйға тиклем тәбиғи газда” автоуҙышында ҡатнашыусылар Өфөгә килеп етте. Ә бөгөн улар Өфөнөң “ВДНХ-Экспо” күргәҙмәләр үҙәгендә “Газ. Нефть. Технологиялар” Рәсәй нефть һәм газ форумы эшендә ҡатнашты.
Тап форумда автоуҙышҡа Башҡортостанда етештерелгән “НефАЗ” автобусы ҡушылды. Ул автоэскпедиция менән Яҡутстанға тиклем бара.
“Питерҙан Мирныйға тиклем тәбиғи газда” автоуҙышы тәбиғи газды (метанды) мотор яғыулығы рәүешендә файҙаланыуҙың өҫтөнлөктәрен күрһәтеүгә йүнәлтелә. “Старттан алып 2800 километрҙан ашыу юл үттек. Беҙҙең маҡсат – техниканы газ-мотор яғыуығына күсереүҙе популярлаштырыу. Уның ыңғай яҡтарының береһе – экономия. Бер километр юлға 1-1,5 һум тотонола. Өҫтәүенә илебеҙҙең экологияһын да һаҡлайбыҙ”, – тине автоуҙыш колоннаһы етәксеһе Айсен Жирков.
Өфөнән тыш, был сара Ярославль, Владимир, Түбәнге Новгород, Силәбе, Екатеринбург, Омск, Новосибирск, Красноярск, Тайшет, Братск, Усть-Кут, Ленск һәм башҡа ҡалалар аша үтә. “Газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү” федераль проектында ҡатнашҡан ҡалаларға айырым иғтибар бирелә. Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан автомобилдәрҙе бензиндан газға күсереүгә сығымды субсидиялау буйынса дәүләт программаһы тормошҡа ашырылған 23 төбәк иҫәбенә инде.
Автоуҙыш 11 сентябрҙә Санкт-Петербургта башланды һәм Рәсәйҙең 20-нән ашыу төбәге биләмәһенән уҙа. Унда ҡатнашыусылар һигеҙ мең километрҙан ашыу юл үтә. Сара Саха (Яҡут) Республикаһының Мирный ҡалаһында 2 октябрҙә тамамлана.