Иҡтисад
17 Сентябрь 2020, 16:30

Иғтибар үҙәгендә – сәнәғәт һәм ауыл хужалығы

“Инвестиция сәғәте” тәртибендәге сираттағы тематик онлайн-кәңәшмәлә сәнәғәт һәм ауыл хужалығы өлкәһендәге яңы проекттар ҡаралды.

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” тәртибендәге сираттағы тематик онлайн-кәңәшмәлә сәнәғәт һәм ауыл хужалығы өлкәһендәге яңы проекттар ҡаралды.
“Таврос” компанияһының генераль директоры Ринат Зәйнуллин Кушнаренко районында “Башҡорт-Һөт” малсылыҡ комплексын төҙөү проекты менән таныштырҙы. Ул һөтсөлөк фермаһын һәм Башҡортостан дәүләт аграр университеты нигеҙендә ойошторолған Репродукция, генетика һәм селекция үҙәген үҙ эсенә аласаҡ. Яңы комплекс 55 эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирәсәк. Инвесторға һалым ташламаһы биреү һәм техника, ҡорамалдар, тоҡомло мал һатып алыуға, инженерлыҡ инфраструктураһына сығымдың бер өлөшөн ҡаплау рәүешендә ярҙам күрһәтеү күҙаллана.
Республика Башлығы инвесторҙарға малсылыҡты үҫтереү өсөн Урал аръяғы биләмәләренең ҡеүәтен өйрәнергә һәм киләһе “Инвестиция сәғәт”тәренең береһендә ошо мәсьәләне тикшерергә тәҡдим итте.
“Таврос” компанияһының тағы ла бер проекты – Шишмә районының Ҡалмаш ауылында “Башҡорт-агроинвест” иген киптереү комплексын төҙөү. Ул игенде ташығанда, эшкәрткәндә һәм һаҡлағанда юғалтыуҙарҙы кәметеү мөмкинлеген бирәсәк, шулай уҡ үҙебеҙҙең орлоҡсолоҡто үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырасаҡ.
“Еврокомпозит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Денис Щерба кәңәшмәлә Благовещендағы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә биналарҙың фасадын биҙәү өсөн алюмин композит панелдәр етештереү майҙансығын асыу тураһындағы пландары менән уртаҡлашты.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас