Иҡтисад
17 Сентябрь 2020, 13:30

Төрөктәр менән эштәр көйлө

Баш ҡаланың Көнсығыш сығыу юлы - мөһим транспорт проекты.

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Лимак Холдинг” төрөк компанияһының директорҙар советы рәйесе Нихат Оздерим һәм ВТБ банкының өлкән вице-президенты Юрий Молчанов менән осрашты. Улар Өфөнән федераль әһәмиәттәге М5 “Урал” трассаһына сығыу өсөн төҙөлгән автомобиль юлы проектын финанслау, төҙөү һәм эксплуатациялауҙың тормошҡа ашырылыуын тикшерҙе.
Радий Хәбиров сит ил ҡунаҡтарын төрөк телендә сәләмләне.
– “Көнсығыш сығыу юлы” Башҡортостан өсөн һуңғы йылдарҙағы иң ҙур транспорт проекты булып тора. Ул беҙҙең транспорт системаһы өсөн бик мөһим, – тине республика етәксеһе. – Һәм мин беҙҙең төрөк коллегаларға уртаҡ проектта ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәт әйтәм. Һеҙ - ышаныслы партнерҙар, беҙ был хеҙмәттәшлекте ҡәҙерләйбеҙ.
Нихмат Оздемир республика етәкселегенә төҙөлөштө финанслау буйынса һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт әйтте. Былтыр был проект өсөн федераль бюджеттан 1,5 миллиард һум аҡса бүленгән, ә ошо көндәрҙә йәнә 2 миллиард һум раҫланған.
– Беҙ темптарҙы кәметмәйбеҙ. 2023 йылда хеҙмәтебеҙ емештәренә ҡыуанырбыҙ, тип ышанабыҙ, – тине Нихмат Оздемир. – Был дөйөм проект өсөн ҙур яуаплылыҡ тоябыҙ.
ВТБ банкының өлкән вице-президенты Юрий Молчанов белдереүенсә, әле төҙөлөштә 750 кеше эшләй, һәр икенсе эшсе – Башҡортостандан. Пландар буйынса төҙөүселәр һанын 1300 кешегә тиклем арттырыу көтөлә. Подрядсылар Салауат Юлаев проспекты яғынан автомобиль юлы тоннелендә тау аша сығыу эштәрен башҡарған. Хәҙер Ҡариҙел йылғаһы яғынан ҡаршы килгән тоннелде эшләү өсөн әҙерлек бара.
Билдәле булыуынса, “Лимак Холдинг” компанияһына 1976 йылда нигеҙ һалынған. Улар заводтар, быуалар, нефть эшкәртеү системалары, автомобиль юлдары һәм аэропорттар төҙөү менән шөғөлләнә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас