Иҡтисад
18 Сентябрь 2020, 06:26

Үҙ ереңдә эшләү – бәхет

Нуримандарҙың хужалығы тотороҡло үҫешә.

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығына ҡараған хужалыҡтар араһында “Нуриман урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһы – һәр ваҡыт тотороҡло эшләгән һәм алдынғы хужалыҡтарҙың береһе. Урман хужалығына йәш, алдына ҙур маҡсаттар ҡуйған, коллектив алдында абруй ҡаҙанып өлгөргән Азамат Нурғәлин уңышлы етәкселек итә.


– Предприятие тотороҡло үҫешә, алға ҡуйған бурыс­тарҙы ваҡытында үтәйбеҙ. Хужалыҡ эшен алып барған предприятие булараҡ, икенсе йүнәлештәрҙе лә үҫтерергә тырышабыҙ. 2,8 гектар май­ҙанды биләгән питомникта ҡарағай һәм шыршы үҫенте­ләрен үҫтерәбеҙ. Быйыл апрелдә Яңы Күл мәктәбе менән килешеү төҙөп, мәктәп урмансылығын булдырҙыҡ. Ул республиканың беренсе урман хужалығы министры Марсель Абдулловтың исемен йөрөтә. Быйыл Марсель Хәбиб улына 90 йәш тулған булыр ине, – ти Азамат Вәзир улы.
Әйткәндәй, Нуриман урман хужалығы беренсе министр тураһында документаль фильм төшөрөүҙә матди ярҙам күрһәткән.

Урман хужалығының Павловка ауылында ағас эшкәр­теү цехы бар. Унда ағасты таҡтаға ғына ярмайҙар, ә тулы эшкәртеү циклы ла юлға һалынған, йәғни ағасты киптерәләр, һуңынан унан вагонка, өҫтәл, ултырғыс, ишек һәм башҡа күп төрҙәге тауар етештерәләр. Шулай уҡ ҡулланыусы һорауы буйынса беседка, бәҙрәф эшләү кеүек шәхси заказдарҙы ла үтәйҙәр.
– Һуңғы ике йылда “Экология” милли проектына ярашлы бойомға ашырылған “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты буйынса дәү­ләт­тән ике “МТЗ-82”, бер “Кам­АЗ” кеүек ҡеүәтле техника, өс һабан, триммерҙар, ут һүндереү өсөн цистерна ише ҡорамалдарҙың бүле­неүе ҙур ярҙам булып тора. Хәҙер беҙ барлыҡ эште тиерлек үҙ көсөбөҙ менән атҡарабыҙ. Шулай уҡ урманды тергеҙеү, үҫтереү, үҫен­теләрҙең төрлөлөгөн арттырыу буйынса ла план күләме өҫтәлде. Былар барыһы ла урман хужалыҡтарына яңы һулыш өрҙө. Ағасты тәрән эшкәртеү буйынса күләмде арттырыу өсөн беҙгә тағы ла заманса ҡорамалдар алырға кәрәк, – ти Азамат Вәзир улы.
Бында урман эшенең барлыҡ нескәлектәрен белгән коллектив тупланған. Мәҫә­лән, Өфө ҡыҙы Елена Шаповалова бынан 12 йыл элек Нуриман районына күсеп килгән. Урман хужалығында 2010 йылдан эшләй – урман тергеҙеү инженеры, урман һағы инженеры, урманды файҙаланыу инженеры, урмансы ярҙамсыһы, әле иһә директор урынбаҫары.
– Һуңғы йылдарҙа урманды тергеҙеүгә айырыуса иғтибар бүленә. Йыл һайын яҙ һәм көҙ иҫтәлекле ағастар ултыртыу ойошторола. Унда төрлө кешеләр, ойошмалар йәлеп ителә. Урман терге­ҙеүгә килгәндә, дәүләт заказы буйынса эшләйбеҙ. Быйыл 320 мең төп ҡарағай һәм шыршы үҫентеһе ултырттыҡ. Шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлап, иҫтә­лекле үҫентеләр сәстек, – ти Елена Алексеевна.
Белеүебеҙсә, Нуриман ра­йоны – баш ҡала халҡының яратҡан ял урыны. Турис­тар­ҙың күп булыуы янғын сығыу хәүефен дә күпкә арттыра, әммә урман хужалығының ошо йүнәлештә аңлатыу, иҫкәр­теү аншлагтарын ҡу­йыуы, ял урындарын төҙөк­ләндереүе үҙ емешен бирә – 2010 йылдан бирле Нуриман урмансылығы биләмәһендә бер янғын осрағы ла теркәлмәгән.

Быйыл дәүләт заказы буйынса урманды таҙартыу маҡсатында дүрт мең кубометр ағас ҡырҡһалар, уның өс мең кубометры “Кроношпан”ға оҙатылған. Килешеү буйынса йылына ете мең кубометр ағас тапшырырға тейештәр. Тәрән эшкәртеүгә яраҡлы 100 кубометр ылыҫлы һәм 280 кубометр япраҡлы ағасты үҙҙәренең цехына оҙатҡандар.
Предприятие район тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, һабантуй, өмә, флешмоб ке­үек бер саранан да ситтә ҡал­май, район хакимиәте менән дә эшлекле бәйләнеш бул­дырылған. Хужалыҡ барлыҡ иғәнәләр, һалымдар, хеҙмәт хаҡы буйынса ваҡытында иҫәпләшеп бара.
Әле предприятие 32 ке­ше­гә эш урыны булдырған, уртаса хеҙмәт хаҡы 26 мең һум тәшкил итә. Коллективта йәштәр күп, ә өлкән быуын улар менән тәжрибә уртаҡ­лашып, остаз булып тора.
Коллектив менән яҡындан танышыу өсөн хеҙмәткәрҙәр менән аралаштыҡ. Мәҫәлән, Рәил Ғәлин хужалыҡта автоманипулятор водитель-машинисы булып 12 йыл эшләй. “Колхоз тарҡалғас, быға тиклем Себерҙә йөрөнөм. Унда һаулыҡ бөтә, шуға ла үҙ ерең­дә эшләү бәхет икәнен яҡшы аңлайым. Былтыр яңы “Кам­АЗ” бирҙеләр, рәхәт­ләнеп эшләйбеҙ”, – ти Рәил Рифҡәт улы.
Тракторсы Данис Кама­евҡа – 47 йәш. Ул 1996 йылдан бирле бер хужалыҡта төрлө вазифала эшләгән: урмансы, участка мастеры, әле иһә тракторға ултырған. “Эш хаҡын ваҡытында алабыҙ. Ғүмер буйы урмандан айы­рылған юҡ. Былтыр февралдә яңы “МТЗ-82” тракторы бир­ҙеләр. Хәҙер ремонтҡа ваҡыт әрәм итмәйбеҙ, был иһә алға ҡуйылған бурыстарҙы мәлен­дә үтәүгә булышлыҡ итә”, – ти Данис Рафаэль улы.
Читайте нас