Иҡтисад
18 Сентябрь 2020, 06:24

Сит ил баҙарын яулайҙар

Ҡариҙелдәрҙең берҙәмлеге һөҙөмтәһе.

Бында зиннәтле йыһаз яһайҙар


Ҡариҙел районына ингәс, һул яҡта Байҡыбаш ауылы ята. Унда тотош Рәсәй һәм Беларусь, Ҡаҙағс­тан, Латвия кеүек илдәр өсөн сифатлы, зауыҡлы мебель етештер­гәндәрен күптәр белмәйҙер ҙә әле.


Инде тиҫтә йылдан ашыу бында “Өфөлеспром” яуаплылығы сик­ләнгән йәмғиәте ағас әҙерләү һәм эшкәртеү йүнәлешендә уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Ун йыл эшләгән мебель цехында дизайн һәм матурлыҡ өсөн йыһаздың 50 төрөн етештерәләр. Башҡа цехтарҙа иһә таҡта бысалар, вагонка, шпунт әҙерләйҙәр.
Предприятиела 46 кеше эшләй. Коллектив тотороҡло, быға эш биреүсенең хеҙмәткәрҙәренә ҡара­та кешелекле, ғәҙел мөнәсәбәттә булыуы ла йоғонто яһай.
Предприятиеның һалым һәм башҡа бюджет түләүҙәре буйынса бурыстары юҡ, хеҙмәт хаҡы ваҡы­тында күсерелә. Хеҙмәткәрҙәргә тәғәйен социаль гарантиялар ҙа тулыһынса үтәлә: ял һәм байрам көндәрендә ял итәләр, ауырыған осор һәм ял өсөн закон буйынса түләнә.
– Әлбиттә, коронавирус панде­мияһы иғлан ителеп, бөтә магазиндар, сауҙа үҙәктәре ябылғас, мебель цехына бәйле ауырлыҡтар килеп тыуҙы. Әле, Аллаға шөкөр, бөтәһе лә яйға һалына, яңынан эшләй башланыҡ, – ти предприя­тиеның генераль директоры Эльвир Ҡәҙим улы Шаһиев. Әйткәндәй, эшҡыуар үҙе лә сығышы менән Ҡариҙел районынан.

Предприятиела тәүге көндәрҙән үк эшләгән кешеләр ҙә бар. Улар араһынан станоксы Фәүҡәт Миңле­йәровты маҡтап телгә алды етәксе.
– Шөғөлөм оҡшай. Эш көнө иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем. Аҙнаһына ике көн ял итәбеҙ. Махсус кейем бирәләр. Планды үтәһәң, ай һайын премия түләнә. Предприятие минең күҙ алдында үҫте, һәр станокты урынлаш­ты­рыуҙа ҡатнаштыҡ, – ти 58 йәшлек Фәүҡәт Фидай улы.
Предприятиеның туғыҙ киптереү камераһы бар. Ҡытай, Италия, Германия һәм Рәсәйҙә етештерелгән ағас эшкәртеү станоктары ҡуйыл­ған. Төп базала дүрт етештереү бинаһы урынлашҡан. Урманда иһә ағас ҡырҡыусылар бригадаһы эшләй.

Әлеге мәлдә “Өфөлеспром”дың ҡарамағында ҡуртым килешеүе буйынса 19793 гектар урман бар. Йыллыҡ ҡырҡыу күләме 60 850 кубометр булырға тейеш. Был урмандың 10-15 проценты ылыҫ­лыларға тура килә, ҡалғаны – япраҡлы ағастар. Шулай булһа ла, предприятие был сеймалды әрәм-шәрәм итмәй, тулыһынса тиерлек эшкәртә, ағас онтаҡтарын бинаны йылытыуға тотона. Бары 10 проценты ғына “Кроношпан”ға оҙаты­ла. Предприятие килешеүҙә күрһәтелгән урман тергеҙеү, янғын һүндереү кеүек бурыстарҙы үтәүгә яуаплы ҡарай.



Икенсе ғүмер


Ҡариҙелдәр менән яҡыныраҡ танышҡан һайын, бында һәр икенсе кешенең тормошо урман менән бәйле булыуына инанаһың. Бына “Башҡортостандың атҡаҙанған урман сәнәғәте хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем йөрөткән Хөббөт­дин Хисмәтуллин 64 йәштә булһа ла, әле һаман ең һыҙғанып эшләп йөрөй.


Ул Яңы Бәрҙәш ауылында йәшәй. Йәш сағынан Верхнеуфимск контораһының Йүрүҙән участка­һында бил бөккән, һалын да ағыҙған. Ә инде ил тарҡалғас, 1994 йылда үҙ эшен асып ебәрә.
Әле уның “Азатлыҡ” йәмғиә­тен­дә 35 кеше эшләй, бөтәһе лә – ошо тирәләге Яңы Бәрҙәш, Шамрат, Әтнәш ауылдарынан тупланған ир-егеттәр. Хөббөтдин Хисмәтул­линдың улы ла, туғандары ла үҙе менән эшләй.
– Минең хеҙмәткәрҙәр ташламалы пенсияға алдан сыға, сөнки уларҙың эше өсөн Пенсия фондына юғары коэффициент менән иғәнә күсерәм. Шуға ла бөгөнгә ҡарата унлап хеҙмәткәрем 55 йәштән хаҡлы ялға сыҡты, – ти ул.
Ысынлап та, Хөббөтдин ағай кешелекле булыуы, эшселәрен һәр саҡ ҡурсалап, хәстәрлек күреүе менән күп етәкселәргә үрнәк булып тора. Мәҫәлән, 2018 йылда тракторсы Ғаяз Ҡыҙрасовҡа “Баш­ҡортостандың атҡаҙанған урман сәнәғәте хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем юллағандар.
Хөббөтдин Мөхөтдин улы – “Ҡариҙел урман сәнәғәтселәре союзы” (“Касол”) йәмғиәтенең ағзаһы. Был берлектең 26 ойоштороусыһы бар, уларҙың ҡуртымға алынған урмандары барлығы 43176 гектар майҙан тәшкил итә. Йылына 150952 кубометр ағас эшкәртергә тейеш­тәр. Быйыл “Касол” 196 гектар майҙанда ағас ултыртҡан.
– Урманды сит кешеләргә бир­мә­нек. Ғүмер буйы урындағы халыҡ ошонда эшләгән, шуға ла улар бар нәмәгә һаҡсыл ҡарай, ағасты тәрән эшкәртеү менән шөғөлләнә, яңы технологиялар индерә. Мәҫәлән, быйыл беҙ ағас ҡырҡыусы “Хорвестор” машинаһы һатып алдыҡ, – ти Хөббөтдин Хисмәтуллин.
– Беҙҙең өсөн урман – икенсе ғүмер. Ошо хужалыҡ булмаһа, был тирәләге ауылдар ҙа күптән юҡҡа сығыр ине. Яңы Бәрҙәш ауылында һуңғы ике йылда 16 ғаилә йорт һалып сыҡты. Уларҙың да тормошо урман менән бәйле, – ти Хөббөтдин ағай.

Әйткәндәй, нәҡ ҡариҙелдәр республикала тәүгеләрҙән булып, 2004 йылда уҡ, Урман сәнәғәтселәре союзын ойошторған. Бар яҡлап та бик отошло был. Улар бергәләп стратегик план төҙөй, тауарға хаҡ сәйәсәтен дә килешеп билдәләй. Берлек Ҡырым ярымутрауындағы Белогорск районына 300 кубометр таҡтаны бушлай оҙата.
Ҡәләм етештерәләр


Ҡариҙел егете Николай Василь­е­вич Порядин 25 йыл ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнаған. Отстав­ка­лағы подполковник 2012 йылда тыуған еренә ҡайтҡас, Хөббөтдин Хисмәтуллин кеүек тырыш райондаштарынан өлгө алып, урман эше­нә тотона. Ул да ҡуртымға урман би­ләмәһе ала. Шулай уҡ ул да “Ҡа­риҙел урман сәнәғәтселәре союзы” йәмғиәтенең ағзаһы булып тора.


Бөгөн иһә Николай Порядиндың төп шөғөлө – ағасты тәрән эш­кәр­теү. Уның ағасты тулы әҙерләү буйынса өс цехы бар. Әле хеҙмәт­кәр­ҙәре Мәскәүҙәге Воскресенск ҡәләм фабрикаһына һәм Чехияла­ғы “Кохинор” фабрикаһына ҡәләм өсөн ағас продукцияһы әҙерләй. Экспортҡа эшләгән предприятиела 12 кеше үҙенә шөғөл тапҡан. Бында ағастың бер кубометрын да әрәм-шәрәм итмәйҙәр тип әйтһәк, хата булмаҫ, сөнки быға тиклем тотоноуға яраҡһыҙ, тип иҫәпләнгән нәҙек олонло сеймалды цилиндр формаһында үткәреп, беседка, бура, баҡса һәм йорт өсөн төрлө йыһаздар әҙерләйҙәр, ә ағас онтаҡтары йорт төҙөлөшө өсөн арболит блоктар етештереүгә китә.
– Пандемия эшебеҙгә ныҡ ҡамасауланы, сит илгә юлдар ябыҡ булды. Әле эште яңынан яйға һала башланыҡ. Быға тиклем үҙебеҙҙең ҡаҙанда ғына ҡайнаһаҡ, хәҙер Бөрө эшҡыуары менән берләшәбеҙ. Ул ағасты ҡырҡып киптерә, ә беҙ эшкәртәбеҙ. Экспортҡа 200 кубометр тауар оҙатыласаҡ, – ти Николай Васильевич.
Бына шулай, Ҡариҙелдең илһөйәр ир-егеттәре, урман эшен үҙ ҡулдарына алып, райондың социаль- иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә. Улар “Ҡайҙа тыуғанһың – шунда йәшә, тыуған яғыңды ярат” тигән ҡағиҙәгә тоғро ҡала.
Читайте нас