Иҡтисад
19 Сентябрь 2020, 11:45

“Көслөрәк һәм нығыраҡ була барабыҙ”

"Киләһе 2021 йыл, бөтә ил өсөн кеүек, беҙҙең өсөн дә иҡтисади яҡтан ябай булмаясаҡ. Әммә беҙ киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ. 2024 йылға алған бөтә пландарҙы үтәрбеҙ һәм арттырып үтәрбеҙ, тип иҫәпләйем."

Бөгөн Хәйбулла районында муниципалитеттар башлыҡтары һәм республиканың башҡарма власть органдары етәкселәре өсөн семинар үтә. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнаша.
Республика етәксеһе ҡала һәм райондар башлыҡтарына коронавирус пандемияһы осоронда яҡшы эшләгәне, Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙе һәм урындағы үҙидара органдарына һайлауҙы юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Беҙ һеҙҙең менән бик ҡыҙыҡлы ваҡытта йәшәйбеҙ, көслөрәк һәм нығыраҡ була барабыҙ, баһалап бөткөһөҙ тәжрибә туплайбыҙ. Беҙ республиканы тормоздан алдыҡ, хәҙер ул яйлап тиҙлеген шәбәйтә бара, - тине Радий Хәбиров. - Был беҙҙең эштәрҙең федераль үҙәк тарафынан юғары баһаланыуы һәм насар булмаған иҡтисади күрһәткестәребеҙ менән раҫлана. Төп бурысыбыҙ – иҡтисадты артабан үҫтереү, бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙамлашыу, инвестициялар йәлеп итеү. Был йүнәлештә һеҙҙең күптәрегеҙ эшләргә өйрәнде. Тәүге ярты йыллыҡта республикаға килгән инвестициялар күләме 9 процентҡа тиерлек артты. Киләһе 2021 йыл, бөтә ил кеүек, беҙҙең өсөн дә иҡтисади яҡтан ябай булмаясаҡ. Был нефть сығарыуҙан алынған табыштың кәмеүе һәм пандемия эҙемтәләре менән дә бәйле. Әммә беҙ киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ. 2024 йылға алған бөтә пландарҙы үтәрбеҙ һәм арттырып үтәрбеҙ, тип иҫәпләйем.
Семинарҙа ҡатнашыусылар бөгөн республиканың социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса фекер алышасаҡ, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эште ойоштороу, туризмды үҫтереү һәм милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу бурыстарын да ҡараясаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас