Иҡтисад
22 Сентябрь 2020, 09:30

13 йыл буйы көткәс...

Ниһайәт, 600 кешенең йылдар буйына һуҙылған проблемаһы хәл ителә.

Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше программаһына ярашлы Салауат районының Первомайский ауылында яңы һыу үткәргес төҙөү буйынса эштәр бара.
Был программала ҡатнашыуҙың төп шарты – урында йәшәүселәрҙең һәм үҙидара органдарының башланғысы, уларҙың дәүләт экспертизаһын уңышлы үткән проект-смета документтарының булыуы. Унан һуң подрядсыны асыҡлау буйынса конкурс үткәрелә һәм эштәр башлана.
Первомайский ауылы халҡын һыу үткәргескә бәйле проблема 13 йыл буйы борсоған: торбаларҙың эштән сығыуы, үҙәк һыу үткәргестең юҡлығы, һыу биреү менән өҙөклөктәр даими проблемаға әйләнгән. 2019 йылда проект ауылды комплекслы үҫтереү программаһына эләккән һәм бөгөн һыу үткәреү өсөн 11 километр оҙонлоғонда торба һалынған.
Подрядсы – “Төҙөүсе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – муниципаль килешеү шарттарын уңышлы үтәй. Төҙөлөш тамамланғас, Первомайский ауылындағы 600 кеше сифатлы һәм өҙөклөкһөҙ һыу менән тәьмин ителәсәк. Әле түбәндәге эштәр атҡарыла: траншеялар ҡаҙыла, торбалар һалына, тимер-бетон һыу үткәреү ҡоҙоҡтары ҡуйыла. Барлыҡ төҙөлөш эштәре лә быйыл ноябргә тиклем тамамланырға тейеш, тип планлаштырылған.
“Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” дәүләт программаһын тормош ашырыуға ярашлы эш ябай булмаған эпидемиологик хәл ваҡытында ла туҡтамай. Ул ауыл халҡына уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.
Фото: Салауат районы хакимиәте.
Читайте нас