Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иң ҙур инфраструктура проекттарының береһе – Өфөнән Көнсығыш яҡтан сығыу юлы төҙөлөшө барышын тикшерҙе.
Дөйөм хаҡы 33,5 миллиард һум торған проект үҙ эсенә 1992 йылда уҡ төҙөлә башлаған 1,2 километрлыҡ тоннелде, Ҡариҙел йылғаһы аша оҙонлоғо 126 метрлыҡ суднолар йөрөү өсөн тороғо булған күпер һәм автомобиль юлы төҙөүҙе ала. Бында башланған эштәрҙе 2007 йылда туҡтатҡайнылар. 2017 йылда Башҡортостан Хөкүмәте менән Башҡортостан концессия компанияһы араһында төҙөлөштө финанслау буйынса концессия килешеүе төҙөлә. Тик 2019 йылдың ноябрендә Радий Хәбиров менән ВТБ банкы идаралығы рәйесе Андрей Костин был документ шарттарын үҙгәртеп, Башҡортостан өсөн файҙалы булған өҫтәмә килешеүҙәр төҙөгәс кенә, проектҡа яңы һулыш өрә алдылар. Был кредитлы финанслау сығымдарын кәметеү арҡаһында мөмкин булды. Шул уҡ ваҡытта концессионер мәнфәғәттәре лә иҫәпкә алынған.
Объектты файҙаланыуға 2023 йыл аҙағында индерергә йыйыналар. Проект дәүләт-шәхси партнерлыҡ принциптарына нигеҙләнгән. Концессия ваҡыты 25 йыл тәшкил итә.
Башҡортостан концессия компанияһы генераль директоры Асабали Закавов белдереүенсә, объекттағы эштәр әле әүҙем фазала. Уң яҡ ярҙың емерелеүенә ҡаршы нығытыу саралары тамамлана, һул яғында эстакада ҡороуға әҙерлек башлағандар. Тәүлек әйләнәһенә майҙансыҡта 750 самаһы төҙөүсе эшләй, уларҙың яртыһы - Башҡортостан кешеләре. Төҙөлөштөң иң ҡыҙыу ваҡытында бында мәшғүлдәр 1300 кешегә тиклем артасаҡ.
Асабали Закавов белдереүенсә, уларҙың компаниялары Башҡортостан подрядсылары менән әүҙем хеҙмәттәшлек алып бара, республика биләмәһендә теркәлгән предприятиеларҙан 5 миллиард һумлыҡ тауар һатып алына.
“Лимакмаращавтодороги” төҙөүсе ойошмаһының баш инженеры Николай Васильев әйтеүенсә, октябрь аҙағында эшселәр Ҡариҙел йылғаһы яғынан заманса Австрия технологияһы буйынса тоннель һала башлаясаҡ. 2020 йыл аҙағына тиклем был яңы тоннель булған юл менән тоташырға тейеш.
– Был күп һынауҙар аша үткән проект туҡһанынсы йылдар башында уҡ төҙөлә башлағайны, – тине Радий Хәбиров. – Концессия килешеүендә ВТБ банкы партнер булғас, беҙҙә республиканың финанс мәнфәғәттәренә бәйле һорауҙар бик күп ине. Мин ВТБ-нан коллегаларға бик рәхмәтлемен, улар беҙҙе ишетте һәм ошо сәбәпле килешеү параметрҙарын үҙгәртеп, Башҡортостан бюджетына көсөргәнеште кәметә алдыҡ. Әле төҙөлөш бара, федераль Хөкүмәт беҙгә ярҙам итә, ниһайәт, объекттың һыҙаттары күренә башланы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.