Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “БУРИНТЕХ” фәнни-етештереү предприятиеһының ҡеүәттәре менән танышты.
Генераль директор Ғиниәт Ишбаев әйтеүенсә, предприятиеға 1999 йылда нигеҙ һалынған. Ул быраулау һәм скважиналарҙы капиталь ремонтлау өсөн юғары сифатлы инструменттар, реагенттар етештерә. Компанияның ҡайһы бер техник ҡарарҙарының Рәсәйҙә тиңе юҡ, ә фәнни-етештереү базаһы аныҡ заказсыларҙың талаптарын ҡәнәғәтләндерерлек үҙенсәлекле өлгөләр яһау мөмкинлеген бирә. Предприятие “Роснефть”, “Газпром нефть”, “Лукойл” һәм башҡа компаниялар менән хеҙмәттәшлек итә.
Республика етәксеһе юғары технологиялы һәм роботлаштырылған ҡорамалдар тупланған цехтарҙы ҡарап сыҡты.
– Беҙҙә ошондай ҡеүәтле, аяғында ныҡлы баҫып торған предприятиелар булғанға ҡыуанам, – тине ул. – Иң мөһиме – халыҡ-ара конкуренлыҡҡа ҡарамаҫтан, ҡатмарлы шарттарҙа ла улар үҙҙәрен яҡшы тоя. Социаль мәсьәләләр тураһында ла онотмай, кешеләргә уңайлы хеҙмәт шарттары тыуҙыра, йәштәрҙе йәлеп итә.
“БУРИНТЕХ” предприятиеһының артабанғы үҫеш мөмкинлектәре “Сәнәғәт сәғәте” тәртибендә үткән күсмә кәңәшмәлә тикшерелде.