Иҡтисад
23 Сентябрь 2020, 17:50

"Сәнәғәт сәғәте": ниндәй мәсьәләләр көнүҙәк?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Сәнәғәт сәғәте” тәртибендә күсмә кәңәшмә үткәрҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Сәнәғәт сәғәте” тәртибендә күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Ул Өфөләге “БУРИНТЕХ” фәнни-етештереү предприятиеһында булды. Кәңәшмәлә перспективалы проекттар, республика етештереүселәрен үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алыштылар.
“БУРИНТЕХ” заводының генераль директоры Ғиниәт Ишбаев компания эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре тураһында һөйләне. Уның билдәләүенсә, Рәсәй скважиналарының яртыһынан күберәге предприятие коллективы етештергән ҡорамалдарҙы файҙаланып быраулай.
Инвестиция программаһы нигеҙендә “БУРИНТЕХ” нефть һәм газ тармағына яңы технологиялар индерергә ниәтләй. Әммә предприятиеға ярҙам да кәрәк. Иң элек экспортҡа булышлыҡ итеү, юғары технологиялы продукция етештереүгә заем талап ителә. Республика Башлығы Сәнәғәт һәм энергетика министрлығына предприятиеға ярҙам итеү алымдары буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
Бынан тыш, кәңәшмәлә ҡалалағы сәнәғәт зонаһында юл селтәрен һәм йәмәғәт транспортын үҫтереү мөмкинлеге ҡаралды.
Өфөләге “Астра” фәнни-етештереү үҙәге директоры Владимир Патосин Башҡортостандағы медицина учреждениелары өсөн лаборатор ҡорамалдар сығарыуҙы үҫтереү мөмкинлектәре тураһында һүҙ алып бары. Предприятие һаулыҡ һаҡлауҙа, шулай уҡ башҡа тармаҡтарҙа файҙаланылған ҡан, һыу һәм бәүел анализаторҙары сығара. Продукция халыҡ-ара сертификацияға эйә, яҡын сит илдәрҙә уға ихтыяж ярайһы уҡ ҙур. Быйыл үҙәк “Армия” халыҡ-ара форумында ҡеүәте менән таныштырҙы. Оборона комплексы белгестәре анализаторҙарға ҡыҙыҡһыныу белдергән. Шул уҡ ваҡытта күп кенә лабораторияларҙа ҡорамалдар 15-20 йыл эшләй, уларҙы алмаштырырға кәрәк.
Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына киләһе “Сәләмәтлек сәғәте”нә “Астра” менән үҙ-ара эш итеү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
– Һаулыҡ һаҡлау объекттарын күп төҙөйбөҙ. Продукция хаҡы һәм сифаты буйынса конкурентлыҡ ҡеүәһенә эйә икән, республика предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек итергә кәрәк, әлбиттә, – тине ул.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас