Иҡтисад
24 Сентябрь 2020, 17:45

Аграрийҙар байрамды ниндәй уңыштар менән ҡаршылай?

Республикабыҙҙа тантаналар һуңыраҡ, баҫыу эштәренең ҙур өлөшө тамамланғас, уҙғарыласаҡ.

Йыл һайын октябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй.
Быйыл ил аграрийҙары 11 октябрҙә байрам итә. Республикабыҙҙа тантаналар һуңыраҡ, баҫыу эштәренең ҙур өлөшө тамамланғас, уҙғарыла.
Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы айҡанлы илебеҙҙә #будниаграриев акцияһы иғлан ителде. Ошондай хештег ҡуйылған материалдарҙа бөтә Рәсәй буйынса фермерҙарҙың, ауыл хужалығы предприятиелары хеҙмәткәрҙәренең эше тураһында һөйләйәсәктәр.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан аграрийҙарының тырышлығы менән республикала ауыл хужалығы продукцияһы индексы быйыл ғинуарҙан авгусҡа тиклем 106,1 процент тәшкил иткән. Үҫемлекселектә был күрһәткес – 114,9, малсылыҡта – 102 процент. Рәсәй буйынса ауыл хужалығы продукцияһының уртаса индексы 104,1 процент тәшкил итә.
Фото: ok.ru
Читайте нас