Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республиканың Стратегик комитеты ултырышын үткәрҙе. Унда төбәктәге социаль-иҡтисади үҫеш прогнозы, республика һәм Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фонды бюджеты проекттары ҡаралды.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов 2020 йылдың һигеҙ айы мәғлүмәттәренә таянып, билдәләнгән үҫеш үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.
– Ҡуйған маҡсаттарға өлгәшеүгә ышаныс бар, – тине Андрей Назаров. – Беҙ киләсәккә оптимизм менән ҡарайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта бюджеттың тәү сираттағы сығымдары өсөн өҫтөнлөктәрҙе ҡәтғи билдәләп, ғәмәлдән сығарылырлыҡ йәки кисектерелерлек сығымдарҙан баш тартырға кәрәк.
Премьер-министр әйтеүенсә, коронавирус пандемияһы һәм нефть сығарыуҙың кәмеүе республика ҡаҙнаһына һалым кеременә лә кире йоғонто яһаны. Әммә проекттарҙы берлектә финанслау һәм пандемияға ҡаршы көрәш йәһәтенән федераль власть органдары менән эште уйлап алып барыу ошондай ҡатмарлы осорҙа ла бюджетты түбәнәйтмәй, киреһенсә, уны 2019 йылда планлаштырылғандан 30 миллиард һумға йәки 12 процентҡа арттырыуға булышлыҡ итте.
– Һөҙөмтәлә быйыл иҡтисадтың реаль секторына һәм социаль өлкәгә республика бюджетының сығымдарын 2019 йылда уйланылғандан 30 миллиард һумға арттырҙыҡ. Бюджет сығымының дүрттән өс өлөшө быйыл социаль өлкәгә йүнәлтелде, – тине Андрей Назаров.