Быйыл ҡарабойҙайҙы ауыл хужалығы предприятиелары 58 мең гектар майҙанда сәскән, шуның 60 процентында йыйып та алғандар инде. Уңыш гектарынан 13,1 центнер тәшкил итә. Былтырғы менән сағыштырғанда, күрһәткес 10 процентҡа юғарыраҡ.
Иң юғары күрһәткес Кушнаренко районында. Бында ҡарабойҙайҙы гектарынан 20 центнер һуҡҡандар. Келәттәргә дүрт мең тонна ашлыҡ һалынған. Бишбүләк, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй райондарында ла ҡарабойҙай уңышы ҡыуандыра.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, ҡарабойҙай уңышынан 40 мең тонна ярма әҙерләнәсәк. Был төбәк ихтыяжынан ике ярым тапҡырға күберәк.
“Быйыл ҡарабойҙай ярмаһына ҡытлыҡ булмаясаҡ. Уға хаҡтар ҙа ныҡ артмаясаҡ", - ти белгестәр.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.