– Иген культураларын һуғып бөттөк, уңыш гектарынан 30 центнер тәшкил итте, көнбағыш менән сөгөлдөр генә ҡалды, – тип ҡаршы алды беҙҙе Илһам Дибаев. Ул – Әлшәй районында уңышлы эшләп килгән крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе.
Был хужалыҡҡа фермерлыҡ хәрәкәте башланғас та – 1993 йылдарҙа уҡ нигеҙ һалына. Ниғмәтулла ауылында оло абруй ҡаҙанған, тиҫтә йылдан ашыу бригадир булып эшләгән Миңлевәдүт Дибаев, заманалар үҙгәрә башлағас та, 70 гектар пай еренән башлап, үҙ хужалығын булдырырға ҡарар итә. Ни тиһәң дә, эргәһендә терәк булырҙай биш улы үҫеп килә бит.
Һуңынан, мөмкинлектәре артҡас, биләмәләрен киңәйтеп, 1900 гектарға еткерәләр. Төбәк баҫыуҙарындағы сәсеү әйләнешендә ышаныслы культураларҙан бойҙай, арпа, борсаҡ, сөгөлдөр өҫтөнлөк итә. 2000 йылдарҙа шәкәр сөгөлдөрө үҫтереп ҡарарға булалар – ни генә әйтмә, табышлы тармаҡ бит. Ауылда шәкәрҙең баһаһы ҙур осор, уны башҡа тауарға йә иһә техникаға алмаштырырға ла мөмкин. “Татлы тамыр”ҙы ни бары ун гектарҙа сәсәләр, быға ауылдаштар ҙа аптырай. “Бынан ни ҡырыр икән был Дибаевтар?” – тип аҫтыртын ғына көнсөллөк күрһәтеүселәр ҙә табыла, әлбиттә. Әммә бәләкәй генә майҙандағы шәкәр сөгөлдөрөнөң, кем әйтмешләй, сауабы ҙур сыға.
Ошоға тиклем Дибаевтар банктан кредит алған була. Ашлыҡ һатып ҡапларбыҙ, тип иҫәп тоталар. Ә кредиттың проценты ла була икән, ул артып ҡына тора, шул рәүешле ҙур бурыс йыйыла. Бына шунда сөгөлдөр тапшырып алынған шәкәр ярҙамға килә лә инде. Уны һатып аҡсаға әйләндерәләр ҙә, банк кредитын көс-хәл менән булһа ла, алдан түләп бөтөрәләр.
Бынан фермерҙар ғүмерлеккә онотолмаҫлыҡ ике һығымта яһай. Береһе – банктан кредит алмаҫҡа, икенсеһе – шәкәр сөгөлдөрөн ҙурыраҡ майҙанда үҫтерергә. Әлеге ҡағиҙә теүәл үтәлеп килә. Үткән йылда, мәҫәлән, шәкәр сөгөлдөрө ҙур майҙанда – 220 гектарҙа үҫтерелгән.
Ышаныслы партнерҙары – Раевка шәкәр заводына 12 мең тоннанан артығыраҡ сеймал тапшыралар. “Татлы тамыр”ҙың уңышы гектарынан 500 центнер тәшкил итә. Уңыштары өсөн Рәсәй Федерацияһы Шәкәр етештереүселәр союзы өс тапҡыр диплом менән бүләкләй. Яңы ашлыҡ келәте төҙөп бөтөргәндәр, уның майҙаны бер мең квадрат метрҙан ашыу. Ғөмүмән, хужалыҡтың ныҡлығы тупланған техниканан да асыҡ күренә. Ун берәмек ауыл хужалығы техникаһы баҫыусылыҡта эштәрен тулы күләмдә алып барыу мөмкинлеге бирә. Техника паркы даими рәүештә яңыртыла ла. Быйыл “Акрос” комбайны алыуға өлгәшкәндәр. Әле иғтибар заманса, юғары етештереүсәнле сит ил техникаһы туплауға йүнәлтелгән. Иген культуралары сәсеү комплексы, шәкәр сөгөлдөрө сәсеү һәм йыйыу комбайндары шулар иҫәбендә. Тракторҙарҙан иһә өҫтөнлөктө “Беларусь” маркаларына бирәләр.
Рәсми рәүештә хужалыҡ “Илһам Дибаев крәҫтиән (фермер) хужалығы” исемен йөрөтһә лә, туғандар араһында һәр кемдең вазифаһы, ҡайһы өлкә өсөн яуаплылығы аныҡ билдәләнгән. Мәҫәлән, Илһам, аңлашылыуынса, дөйөм етәкселекте алып бара. Жәүит – улы Ринат менән, Хәлит, Илфат улы Ирек менән, Илһам үҙенең улы Илгиз менән дөйөм эште алып бара. Хәлил – алтын ҡуллы оҫта, техниканы биш бармағы кеүек белә, йәһәт кенә ремонтлай.
Әйткәндәй, Хәлил тормош иптәше Әлфиә менән дүрт баланы баға, өйләнгәс тә беренсе көндән башлап оло йәштәге Флүрә апай һәм Миңлевәдүт ағай менән бер ҡыйыҡ аҫтында татыу ғүмер кисерә. Улдары Даян иһә, ағалары Ринат, Ирек, Илгиз кеүек, әле баҫыуҙа. Иң йәш ярҙамсыларҙың береһе ул.
…Тыуған ерҙең ҡотон һаҡлап, ауыл тормошонан бәхет тапҡан, биш баһадир ул үҫтергән Миңлевәдүт ағайҙың күңеле һаман баҫыуҙа, күҙҙәре күрмәһә лә, улдары йыл да ҡәҙерле атайҙарын баҫыуға алып сыға, күпте күргән крәҫтиән ҡулдары тос башаҡтарҙы һыйпай, уңышҡа һөйөнә, яҙмышына, улдарына рәхмәт уҡый…