Иҡтисад
24 Сентябрь 2020, 20:00

Проекттарҙың барыһы ла ҡыҙыҡлы

Сираттағы "Инвестиция сәғәте"нә ниндәй башланғыстар тәҡдим ителде?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн тәртибендә “Инвестиция сәғәте” кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы яңы проекттарҙы ҡаранылар.
Кәңәшмә башында унда ҡатнашыусылар Өфөлә дәүләт-шәхси партнерлыҡ принциптары нигеҙендә ВЭБ.РФ дәүләт корпорацияһы ярҙамы менән яңы мәктәптәр төҙөлөшө проектын ҡараны. Һүҙ 13 меңдән ашыу урынға иҫәпләнгән 10 белем биреү учреждениеһы тураһында бара. Объекттарға капиталь гранттарҙы федераль һәм республика бюджетынан бүләсәктәр, шулай уҡ бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан алынасаҡ.
Вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, проектты тормошҡа ашырыу өсөн республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте менән ведомство-ара эш төркөмө булдырылған. Программала ҡатнашыу өсөн яңы төҙөлөштәргә майҙансыҡтар табылған.
ВЭБ.РФ дәүләт корпорацияһы рәйесе урынбаҫары Олег Говорун белдереүенсә, тәҡдим ителгән программа әле илдең Финанс министрлығы килешеүен үтә, һөҙөмтә документы проекты йыл аҙағында әҙер буласаҡ. Ул Башҡортостандың башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда был мәсьәлә буйынса ҙур әүҙемлек күрһәтеүен билдәләне.
Башҡортостан Башлығы программаны ыңғай баһаланы.
– Беҙҙең позиция ябай – мәктәп төҙөү өсөн кәрәк булған аҡсаны тиҙ генә бүлеүе ауыр, шул уҡ ваҡытта был объекттар кешеләргә бик кәрәк, – тине ул. – Шуға күрә ВЭБ.РФ тәҡдим иткән механизмдар беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы.
Өфөлә “Муха” ижади студияһы нигеҙендә уҡыу-етештереү кластеры булдырыу тураһында уның директоры Артур Абдрахманов һөйләне. Быйыл июлдә Радий Хәбиров уларҙың етештереү майҙансығын ҡарап сыҡты һәм проекттары менән танышты. Бында фильмдар, реклама роликтары, видеоклиптар, махсус эффекттар төшөрәләр. Әле студия “Төньяҡ амурҙары” тигән тулы метражлы йәнһүрәт төшөрөү менән шөғөлләнә.
Радий Хәбиров Хөкүмәткә кластерҙы үҫтереүҙә ярҙам күрһәтергә ҡушты. 2021 йылда “Муха” студияһы Өфөлә барлыҡҡа киләсәк “IQ-парк” юғары технологиялар технопаркы резиденты исемлегенә инәсәк.
– Беҙ яңы паркты юғары технологиялы һәм ижади проекттар менән тулыландырмаҡсыбыҙ. Социаль йүнәлештәге заказдар эшләргә әҙербеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ә студияның яңы башланғысы – беҙҙең “Союзмультфильм” менән ҙур дуҫлыҡтың башы.
“БашкирБи” компанияһы директоры Рафаэль Харисов юл буйы сервисы өлкәһендә күп функциялы комплекс проекты тәҡдим итте, уның дөйөм хаҡы - 135 миллион һум. Ул Архангель районында, Өфө – Белорет трассаһы буйында урынлашасаҡ. Майҙанда автозаправкалау станцияһы, автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү пункты, магазин, кафе һәм ҡунаҡхана төҙөләсәк, 59 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Эште башлау өсөн ер участкаһы менән проблеманы хәл итергә кәрәк. Дәүләт ярҙамы булараҡ, проекттың инженер һәм транспорт инфраструктураһын төҙөү сығымдарының бер өлөшөн субсидиялау тәҡдим ителде.
– Ошоноң кеүек проекттарҙы тормошҡа ашырған күп инвесторҙар федераль трассаларға күҙ төбәй. Матур, уңайлы сервис комплекстары республика юлдарында ла барлыҡҡа килһен тип һәр саҡ теләй инем, – тине Радий Хәбиров.
“Южурал-Ойл” компанияһы ойоштороусыларының береһе Альбина Исхаҡова Күмертауҙа нефть тармағы өсөн “Каскад” сериялы күтәреү агрегаттары һәм трактор техникаһына тағылмалар эшләү проектын тәҡдим итте. Улар 155 миллион һум аҡса һалып, булған быраулау ҡорамалдары әҙерләгән етештереүҙең йүнәлешен үҙгәртмәксе. Шулай уҡ ауыл хужалығы техникаһын хеҙмәтләндереү һәм ремонт та буласаҡ. Заманса агрегаттар етештереү өсөн станоктар паркын яңыртыу өсөн субсидия кәрәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ауыл хужалығы министрлығына ташламалы займ биреү шарттарын тикшерергә һәм эске баҙар өсөн был тауарға мохтажлыҡты өйрәнергә ҡушты.
“Милли экология тауарҙары” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Юнир Солтанов Бөрө районында яңы рекреация биләмәһен булдырыу пландары тураһында һөйләне. Уның фекеренсә, Бөрө аҫтында булған үҙенсәлекле дауалау-минераль сығанаҡтар унда өҫтәмә туристар ағымын йәлеп итә ала.
Проектты тормошҡа ашырыу өсөн инвестор модулле дауалау корпусы, шифалы һәм эсәр һыу ҡойоу буйынса модулле цех, административ бина төҙөргә, тирә-яҡ биләмәне төҙөкләндерергә, кәмәләр өсөн причал эшләргә уйлай. Инвестиция күләме 100 миллион һумдан ашыу. Һөҙөмтә булараҡ, 28 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Ярҙам булараҡ, инвестор ер участкаһы алыу, килеү юлдары төҙөү, электр һәм газ менән тәьмин итеү, проектты тормошҡа ашырыуға һалым ташламалары һорай.
Радий Хәбиров Хөкүмәткә проектты ентекләп өйрәнергә һәм уны хәл итеү юлдарын киләһе “Инвестиция сәғәте”нең береһенә әҙерләргә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас