Әлшәй районы баҫыуҙарында уңыш йыйыу эштәре тамамлана. Бар хужалыҡтарҙа ла эш көйлө бара, күптәр көнбағыш урыуға төшкән.
Төбәктә генә түгел, республикала киң билдәле “Заря” ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәренең кәйефе көр, аяҙ көндәр уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алырға мөмкинлек бирҙе. Ужым бойҙайы 700 гектарҙа урылған, гектар ҡеүәте 45 центнер тәшкил иткән. Арыш төшөмө саҡ ҡына ҡайтышыраҡ – 30 центнер. 2300 гектарҙа урылған иген культураһының уңышы 20 центнер тәшкил иткән. Сиратта – көнбағыш баҫыуы һәм сөгөлдөр.
Хужалыҡ етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Наил Әминев, быйыл йәйҙең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, мул уңышҡа һөйөнөп бөтә алмай. 35 йыл ғүмерен тыуған ерҙең ҡотон һаҡлап етәкселек иткән игенсенең күңеле, өмөтө – туҡ башаҡтарҙа. Өмөт, йәшәү орлоҡтары улар.
Уттай ҡыҙыу эш ваҡытында ер кешеһе баҫыу өҫтөндә, әлбиттә. 600 гектар тәшкил иткән көнбағыш баҫыуына төштө бөгөн “заря”лар. Өс “Акрос” комбайны баҫыу иңләй. Быйыл ғына алынған өр-яңы техниканы тәжрибәле комбайнсы Флүр Латиповҡа ышанып тапшырғандар. Өс тиҫтә йыл тыуған ауылында эшләй ул. Уға етә яҙып Риф Сәхибгәрәев, Илнур Латиповтың баҫыу “караптары” күренә. Йыйылған уңышты шоферҙар Виталий Шакун, Хәлит Латипов, Рим Шәйәхмәтов, Владимир Мишин, Айҙар Хәлиуллин “КамАЗ”дарҙа ташый, Айҙар Ларынбаев янғын һүндереү машинаһында һаҡта тора.
Баш агроном Рамин Үзбәк улы Ғәйнетдинов беҙҙең янға икенсе яландан килеп етте. Ошо хужалыҡта эшләүенә 35 йыл булып киткән икән. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Бөгөн элиталы орлоҡ һата улар. Ер эшкәртеү культураһы күҙәтелә. Иген һаҡлағыс келәттәр, таҙартыу ҡоролмалары заманса үҙгәртеп ҡорола. Хужалыҡта малсылыҡҡа ла етди иғтибар бирәләр. 1500 һыйыр малы иҫәпләнһә, шуның 480-е – һауын һыйыры, 200 баш башҡорт тоҡомло йылҡы аҫрала.
– Етерлек мал аҙығы әҙерләнек. Тиҙҙән силос һала башлайбыҙ, – ти Рамин Үзбәк улы. – Ужым бойҙайы менән арыш сәстек, бик матур ҡалҡып килә.
Шулай итеп, уңыш нигеҙендә тәү сиратта эш тип янған тырыш хеҙмәткәрҙәр тора. Һәр ҡаҙаныш, һәр еңеү тырышлыҡ, берҙәмлек аша яулана. “Заря” хужалығына был йәһәттән һоҡланырға ғына ҡала. Коллектив татыу. Ер йылыһын тойоп үҫкән, яҙмыштарын ауыл тормошона бәйләгән кешеләр, хеҙмәт батырҙары эшләй бында. Күптәре – уңған ғаилә башлыҡтары.
Хужалыҡта 100-ҙән ашыу кеше мәшғүл, улар социаль яҡтан яҡланған, йылы аш, махсус кейем менән тәьмин ителгән.
Райондың бәҫен арттырған хужалыҡҡа Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почетлы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәре, абруйлы рәйес Наил Әминев етәкселек итә. Ул Башҡортостан дәүләт аграр институтын тамамлағандан һуң яҙмышын тыуған ауылы менән бәйләй. 1985 йылдан бирле “Заря” хужалығына етәкселек итә. Кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу, эшләгән, йәшәгән ерен тағы ла күркәмерәк итеү маҡсаты менән яна Наил Мәсғүт улы. Яңылыҡтарҙы ҡабул итеү, эште заманса ойоштороу, хужалыҡ итеүҙә белгестәрҙең тәжрибәһен оҫта файҙаланыу үҙ емештәрен бирә.
Бөгөн өлгәшелгәндәр менән генә сикләнеп ҡалмай етәксе, яңы маҡсаттар ҡуйып, пландар ҡора, мөһим эштәрҙең уртаһында ҡайнай. Ошо көндәрҙә күркәм юбилейын – 65 йәшен билдәләй хөрмәтле геройыбыҙ. Шул ваҡыт арауығында зирәк аҡыллы, киң мәғлүмәтле остаз, кешелекле етәксе итеп танытҡан шәхескә тормошонда яңынан-яңы бейеклектәр, хеҙмәт уңыштары, именлек, сәләмәтлек теләйбеҙ.