Иҡтисад
26 Сентябрь 2020, 11:00

Өс көнгә ябыла

Өфөнөң Карл Маркс урамында транспорт хәрәкәте ваҡытлыса туҡтатыла.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, республика ҡала-райондарында юл төҙөлөшө, ремонты әүҙем бара. Баш ҡалабыҙ Өфө лә был эштән ситтә ҡалманы.
Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә Карл Маркс урамында юл селтәре төҙөкләндерелеү сәбәпле, транспорт хәрәкәте ваҡытлыса туҡтатыла.
26 сентябрҙә иртәнге сәғәт 6-нан 28 сентябрь иртәнге сәғәт 6-ға тиклем Карл Маркс урамының Революция урамынан Ибраһимов бульварына тиклемге участкаһында автотранпортҡа йөрөү рөхсәт ителмәй.
“Юл участкаһында хәрәкәт сикләнгән осорҙа йәмәғәт транспорты маршруты ла үҙгәрә. Һауа шарттары мөмкинлек биргән осорҙа эште башҡарып ҡалыу мөһим. Ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәбеҙ һәм маршрутты алдан күҙаллауҙы һорайбыҙ”, – тип иҫкәртә баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас