Иҡтисад
28 Сентябрь 2020, 17:30

Өс мең кеше яңы торлаҡлы булған

Бөгөн Хөкүмәттә халыҡты авария хәлендәге йорттарҙан күсереү мәсьәләһе ҡаралды.

Башҡортостанда тораҡ йорттарҙы файҙаланыуға индереү буйынса тотороҡло динамика һаҡлана. Ағымдағы йылдың тәүге һигеҙ айы эсендә был күрһәткес 11,2 процентҡа артҡан.
Шул уҡ ваҡытта ил буйынса был күрһәткестең былтырғы менән сағыштырғанда 5,5 процентҡа кәмегәне күҙәтелә. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшев кешеләрҙе авария хәлендәге торлаҡтан күсереү эше барышы тураһында һөйләне. Был программа федераль торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды аҡсаһына тормошҡа ашырыла, шулай уҡ республика һәм муниципаль бюджет саралары файҙаланыла.
2015 - 2021 йылдарҙа граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса Республиканың адреслы программаһына ярашлы, 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип танылған 187 йорттан халыҡты күсереү планлаштырыла. Уларҙа дүрт меңдән ашыу кеше йәшәй. Өс меңе яңы торлаҡ алған да.
Быйыл республика Рәсәй Хөкүмәтенең резерв фондынан был маҡсатта 186,2 миллион һум аҡса аласаҡ.
Башҡортостан Башлығы вице-премьер Рәйеф Әбдрәхимовҡа был темаға арналған кәңәшмә үткәрергә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас