Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Мәскәүҙә VII Беларусь һәм Рәсәй төбәктәре форумы бара, уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнаша.
Мәскәү менән Минск араһында видеокүпер форматында уҙған пленар ултырышты Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченко үткәрҙе. Тема – “Бөйөк Еңеүҙең тарихи ҡомартҡыһы, Беларусь һәм Рәсәй халыҡтарының социаль-иҡтисади үҫеше, рухи бәйләнештәре нигеҙе булараҡ”.
Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Беларусь Президенты Алексендр Лукашенко мөһим сарала ҡатнашҡандарға үҙҙәренең мөрәжәғәттәрен ебәрҙе.
"Ике дәүләт етәкселеге аралағы тигеҙлек һәм бер-береңдең мәнфәғәттәрен күҙәтеү нигеҙендәге бәйләнештәр үҫешенә өҫтәмә импульс бирергә әҙер", – тине Владимир Путин.
Александр Лукашенко форумдың үҙ һөҙөмтәлелеген күрһәтеүен билдәләне. Ошо йылдарҙа 300-ҙән ашыу килешеү, ике миллиард долларға контракттар төҙөлгән.
Радий Хәбиров үҙ сығышында Башҡортостан менән Беларусь араһындағы сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәр, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында туғандаш халыҡтар батырлығы миҫалында илһөйәрлек, гражданлыҡ яуаплылығын тәрбиәләү тураһында һөйләне.
"Беҙ сәнәғәт кооперацияһы, аграр сәнәғәт комплексы, машина эшләү тармаҡтарында әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ, бергә ауыл хужалығы техникаһы сығарабыҙ. Әлбиттә, киләсәктә лә был бик мөһим иҡтисади бәйләнештәрҙе артабан да һаҡларға теләйбеҙ.
Беҙҙең күп милләтле республикала 18 мең самаһы беларусь йәшәй. Уларға йолаларын һаҡларға ярҙам итәбеҙ, туған телендә белем алыуға шарттар тыуҙырабыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Пленар ултырышта Башҡортостан һәм Беларусь республикалары Хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник, социаль-мәҙәни тармаҡтар буйынса килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.