Иҡтисад
30 Сентябрь 2020, 06:00

Яңы электричкаларҙа йөрөйәсәкбеҙ!

Тағы бер үҙенсәлеге бар - сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн вагондарҙа махсус уңайлыҡтар ҡаралған.

Башҡортостан биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн йәнә ЭП2Д серияһындағы өс электричка алынды, тип хәбәр иттеләр Өфөлә үткән Транспорт форумында.
-Әле беҙ иҫке электропоездарҙа йөрөйбөҙ, уларға 28 “йәш”, - ти Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының генераль директоры Игорь Поляев. - Быйыл иҫкергән паркты алмаштырыу өсөн дүрт яңы состав килде.
Тәүҙә “Ласточка” электропоезына туҡталалар, тик республика етәксеһе докладынан һуң үрҙә әйтелгән составҡа өҫтөнлөк бирәләр, сөнки ул бюджетҡа алты тапҡырға арзанға төшәсәк.
Электропоезд дүрт вагондан тора, пассажирҙар өсөн бөтә уңайлыҡтар ҡаралған, ултырыу урындары конструкциялары үҙгәртелгән, велосипедтарҙы нығытып ҡуйыу яйланмалары бар. Бөтә тейешле мәғлүмәт – таблола. Вагондар климатик система менән йыһазландырылған, өҫтәмә хәүефһеҙлек саралары бар. Тағы бер үҙенсәлеге - сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн вагондарҙа махсус уңайлыҡтар ҡаралған. Әле бөтә яңы техника һынау үтә, оҙаҡламай электропоездар даими линияларға сығасаҡ.
Фото: Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты.
Читайте нас