Иҡтисад
1 Октябрь 2020, 18:50

Был проекттар Баймаҡ өсөн үтә мөһим

Бөгөнгө "Инвестиция сәғәте"ндә ауыл хужалығы тармағындағы проекттар ҡаралды.

Бөгөн, 1 октябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн тәртибендә сираттағы “Инвестиция сәғәте” кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда ауыл хужалығы тармағындағы яңы проекттар ҡаралды.
Эшҡыуар, кәрҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Фирҙәүес Хәлимов Баймаҡта ит эшкәртеү комплексы төҙөү пландары тураһында һөйләне. Быйыл сентябрҙә был төбәктә эш сәфәре менән булған саҡта Радий Хәбиров ошо хужалыҡҡа барып, эшмәкәрлеге менән танышып ҡайтҡайны. Хужалыҡта башҡорт тоҡомло аттар үрсетелә, ҡымыҙ етештерелә.
22,3 миллион һум аҡса алып, инвестор малды һуйыу, йылҡы һәм һыйыр итенән ярымфабрикаттар эшләү өсөн цех алырға планлаштыра. Бында аҙыҡ “хәләл” стандарттары буйынса ла эшләнәсәк. Тауарҙы мәктәпкә тиклемге учреждениеларға, белем биреү ойошмаларына, дауаханаларға, сауҙа селтәрҙәренә һатырға уйлайҙар.
Эшҡыуар ҡорамалдар алыу өсөн килешеүҙәр төҙөгән дә. Төҙөлөштө башлау өсөн Баймаҡ ҡалаһы биләмәһендәге буш торған бинаны милеккә рәсмиләштерергә кәрәк. Башҡортостан Башлығы Хөкүмәткә мөлкәт мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙамлашырға ҡушты.
– Яңы предприятие Баймаҡ районы өсөн бик әһәмиәтле. Ул бында ошоға тиклем булмаған һәм үҫешмәгән ит эшкәртеү йүнәлешен асасаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Ошондай проекттар урындағы эшҡыуарҙар кәйефенә ныҡ тәьҫир итә. Улар республиканың һәр башланғысҡа ярҙам итергә әҙер булыуын күрергә тейеш.
Шулай уҡ “Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашыусылар техника алыу өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялауҙы хупланы.
“Экопродукт” компанияһы директоры вазифаһын башҡарыусы Рим Хафизов Баймаҡ районында лиофилизлы (ҡоро) бейә һөтө әҙерләү проекты менән таныштырҙы. Бының эсенә һауын малдарын алыу ҙа инә.
Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларындағы ике майҙансыҡта дөйөм ҡеүәте миҙгеленә 30 тонна булған етештереү цехтары төҙөләсәк. Шул уҡ ваҡытта тауарҙың бер өлөшөн сит илдәргә экспортҡа ебәрергә йыйыналар. Пилот цехын 2021 йылда эшкә ҡушмаҡсылар. Бынан тыш, предприятие эске баҙар өсөн 450 мең литр һөт һәм ҡымыҙ ҙа етештерәсәк.
“Экопродукт” Мәскәү дәүләт университеты һәм Башҡортостан дәүләт медицина университеты ғалимдары менән хеҙмәттәшлек итә, улар бергәләп ҡымыҙҙың шифалы үҙенсәлектәрен өйрәнә, туҡланыуҙа файҙаланыу мөмкинлектәрен тикшерә.
Инвестицияларҙың дөйөм күләме - 676 миллион һумдан ашыу. Проектты тормошҡа ашырыу 104 яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирә.
Башҡортостан Башлығы Баймаҡ районы хакимиәтенә проектты заемлы финанслау өсөн залог механизмдарын тикшерергә ҡушты. Дәүләт ярҙамы булараҡ, инвесторҙың йылҡы малы һәм ҡорамалдар алыуға тотонолған сығымдарының бер өлөшөн ҡаплаясаҡтар.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас